Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, беренсе подразделение килеүгә фатирҙан ҡуйы төтөн сыҡҡан була. Махсус баҫҡыстан күтәрелеп, бер бүлмәле фатирға инһәләр, кухняла һыуытҡыстың яныуын күрәләр. Газ-төтөндән һаҡлау хеҙмәте ҡаттағы биш кешене эвакуациялай. Янғындан зыян күреүселәр, һәләк булыусылар юҡ. Һыуытҡыстың ни сәбәптән янып китеүен асыҡлайҙар.