Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Август 2019, 12:33

Әбейҙе тапҡандар!

Иглин районында ирекмәндәр һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында юғалған әбей табылған.

belnovosti.by
belnovosti.by
Иглин районында ирекмәндәр һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренең һөҙөмтәле эшләүе арҡаһында юғалған әбей табылған.
8 август көнө эҙләү төркөмө ағзалары Иҫке Ҡобау ауылынан Әминә Мөхәмәтйәнованың юғалыуы тураһында хәбәр ала. Оло йәштәге ҡатындың медицина ярҙамына мохтаж булыуы, уның ҡыҫҡа ваҡытлы хәтер юғалтыуынан яфаланыуы асыҡлана.
Ирекмәндәр шул уҡ көндө ауылға юллана, бынан тыш ҡотҡарыусылар һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре лә эш башлаған була. Улар бер нисә төркөмгә бүленеп, әбейҙе эҙләргә тотона, әммә тапмайҙар. "Эҙләй-эҙләй таба алмағас, кәйеф төштө. Ҡыуанысҡа күрә, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре әбейҙе күреп ҡала", - тип хәбәр итә ирекмәндәр.
Хәле бөткән, арыған оло ҡатынды полиция хеҙмәткәрҙәре ҡулына тапшыралар. Әле әбей өйөндә, ғүмеренә бер нимә лә янамай, уның ун сәғәт буйына ашамай, һыу эсмәй йөрөүе асыҡланған.
Читайте нас: