Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Август 2019, 13:06

Финалға 70 кеше сыҡты

Өфөлә "Башҡортостан лидерҙары" проектының "Идара итеү командаһы-2020-2025" конкурсының ярымфинал бәйгеһе тамамланды. Финалға 70 кеше сыҡты, уларҙың 50-һенә дәүләт хеҙмәтендәге төрлө вазифалар тәҡдим ителәсәк.

bashinform.ru

Финал сентябрҙә үтәсәк һәм БЮТ телеканалы унан тура трансляция ойошторасаҡ. Кисә конкурста ҡатнашыусылар көн дауамында милли проекттар буйынса кейстар өҫтөндә эшләне, халыҡты мәҙәни сараларға ылыҡтырыу сараларын тәҡдим итте, һаулыҡ һаҡлау сифатын яҡшыртыу программалары һәм юлдарҙы ремонтлау буйынса иң яҡшы йүнәлештәрҙе эҙләне.
Читайте нас в