Бәлә-ҡаза ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй шул.
Уның әҙәмде ҡайҙа көтөрө лә билдәһеҙ.
Мәләүездә оло йәштәге ҡатын үҙәк район дауаханаһының өҫкө ҡатынан осоп төшкән. Унда неврология бүлеге урынлашҡан икән.
Был хаҡта аяныс хәлгә шаһиттар социаль селтәрҙәрҙә хәбәр итә. Фажиғә 9 августа булған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡатын тән йәрәхәттәренән вафат булған.