Әлеге ваҡытта Анатолий Кашпировскийға – 80 йәш. Юбилей алдынан ул “Лента.ру” хеҙмәткәрҙәренә нисек Украина гражданлығы менән Дәүләт Думаһына һайлауҙарын, ниндәй акробатик күнегеүҙе олимпия чемпионынан да яҡшыраҡ эшләүен, СССР-ҙың ҡайһы республикаһын яратыуын һөйләгән; Иосиф Кобзон менән ысынлап та париктарын алмашып кейгәндәрме-юҡмы, тигән һорауға ла яуап биргән.
“Үҙемде пенсионер итеп тоймайым, бер дәғүәм юҡ. Еңел йөрөйөм, тын алам, йоҡлайым. Беренсенән, бер ваҡытта ла тәмәке тартманым, алкоголле эсемлек ҡулланманым. Нәҫелебеҙҙә генетика көслө, әсәйем яғынан бер пеләш кеше лә булманы. Халыҡ һөйләр инде ул. Париктарҙы алмашып кейгән булманы. Мине алдаҡсы тип тә атанылар, тик мин алйоттарға асыуланмайым. Дүрт сит ил академияһы ағзаһын, психология фәндәре докторын, телевизион операциялар авторын алдаҡсылыҡта ғәйепләп буламы? Минең сайтта “Мөғжизәләр статистикаһы” тип аталған бүлектә 15 меңдән ашыу кеше тарихы бар. Кемдеңдер белеме юҡ һәм оятһыҙ рәүештә бысратырға тырышалар икән, бында мин ғәйепле түгел,”- ти Анатолий Кашпировский.