Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
12 Август 2019, 16:13

Сабыйҙарын онотҡандар

Бәхетле атай-әсәй яңы тыуған сабыйҙарын таксиҙа онотоп ҡалдырған.

Esoreiter.ru
Esoreiter.ru
Бәхетле атай-әсәй яңы тыуған сабыйҙарын таксиҙа онотоп ҡалдырған.

Юҡ, бындай хәлдең булыуы мөмкин түгел, тиерһегеҙ. Ә бына Гамбург полицияһы ощондай инцидент тураһында хәбәр итә.
Бер йәшлек тәүге балаһын эйәртеп, атай кеше ҡатыны менән яңы тыуған сабыйын дауахананан ҡаршыларға бара. Дәртле генә итеп дүртәүләп таксиға ултырып ҡайтып китәләр. Балаларҙың өлкәне көйһөҙләнә башлай, уға әүрәп атай менән әсәй, яңы тыуған баланы онотоп, машинанан төшөп ҡала. Хәлде тиҙ аңғаралар, сәбәләнеп ҡул болғайҙар. Тик таксист ҡына, боролоп та ҡарамай, елдереп китеп бара, артҡы ултырғыста тыныс ҡына йоҡлап ятҡан баланы шәйләмәй ҙә.
Машинаһын ер аҫты парковкаһына ҡуйып, төшкө аш ашарға китә. Ә был ваҡытта Гамбургтың барлыҡ полицияһы арманһыҙ булып уны эҙләй.
Бер аҙ ваҡыттан һуң такси аэропортҡа юллана, тап яңы пассажир юғалғанын да белмәйенсә йоҡлап ятҡан сабыйҙы күреп ҡала. Таксист шунда уҡ полицияға шылтырата, ниһайәт, ғаилә берләшә.
Читайте нас в