"Әлбиттә! Мин бит ҡаты телле, тура һүҙле... Бәлки, уны ҡайһы саҡ асыуландырып та ҡуямдыр. Әммә ул үпкәһен бик күрһәтмәҫкә тырыша. Улар Рөстәм атайым менән ике төрлө кеше. Рөстәм атайым – тыныс, кеше менән низағлашмай... Ә Фәдис атайым – уның ҡапма-ҡаршыһы. Ул тәрбиәләп үҫтергәнгә, бәлки, мин дә шулайҙыр, күрәһең. Рөстәм атайым менән үҫһәм, тыныс холоҡло, оялсан, итәғәтле булыр инем. Әсәйем дә ҡаты холоҡло. Мин шуҡ бала инем. Беренсе класта уҡ яратмаған математика дәресенән ҡасып, баҙарға барып, күлдәктәр ҡарап йөрөй инем. Ҡайыштың ҡайҙа икәнлеген әсәй күрһәтеп кенә торҙо. Күп эләкте: сыбыртҡыһы ла, перәниге лә, тигәндәй… Әле лә шулай. Тик хәҙер һүҙ менән "ала". Тормош йәремдең ике атайыма ла оҡшауын теләр инем. Шундай бер урталыҡ табып, икеһенең дә яҡшы сифаттарын үҙенә алған ир-ат менән тормош ҡорор инем", – тип яҙа.