Ейәнсура районындағы юл-транспорт ваҡиғаһында 17 йәшлек ҡыҙ һәләк булған.
Уны юл аша йүгереп сыҡҡанда Сорғот ҡалаһынан килгән 22 йәшлек ир Skoda Octavia автомобилендә төкөгән. Ауыр тән йәрәхәттәренән ҡыҙ урында уҡ йән биргән. Фажиғә райондың Абҙан – Мөхәмәтйән юлында теркәлгән.
Һуңғы тәүлектә Башҡортостан юлдарында 14 юл-транспорт фажиғәһе теркәлгән, биш кеше яҡты донъя менән хушлашҡан, ике тиҫтәгә яҡыны төрлө тән йәрәхәттәре алған.