Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Август 2019, 00:43

Алһыу бирешмәй...

Хәтерегеҙҙә булһа, Алһыу Сафинаның иңенә быйыл күп һынауҙар ятты...

kp.ru
Йырсы Алһыу Рәсәй эстрадаһындағы иң сибәр, сағыу йондоҙҙарҙың береһе. Ул классик стилдәге кейем ярата, зауыҡлы күлдәктәре, етди костюмдары һәр саҡ һоҡланыу тыуҙыра. Әммә һуңғы фотоларының береһендә яратҡан яҡташыбыҙ бөтөнләй икенсе ҡиәфәттә сағылдырылған.
Баҡһаң, Алһыу океан ярында ял итә икән. Уның социаль селтәрен күҙәтеп барыусы фанаттары 36 йәшлек йондоҙҙоң зәңгәр костюмы бик тә килешле, зауыҡлы, тип тапҡан.
Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта күп балалы әсәйҙең үҙгәрештәре күҙгә күренеп һиҙелә. Хәтерегеҙҙә булһа, Алһыу Сафинаның иңенә быйыл күп һынауҙар ятты. “Голос” проектында ҡыҙы Микелланың еңеүе ил кимәлендәге тауыш ҡуптарыу менән тамамланһа, унан һуң ире Ян Абрамов тураһында “ҡатынын һанламай, хыянат итә” тигән имеш-мимештәр ҙә Алһыуҙың сабырлығын байтаҡ һынағандыр.
Шулай ҙа күптән түгел Өфөләге ҙур байрамда сығыш яһаған Алһыу тамашасыларҙы итәғәтлелеге, ихласлығы, ябайлығы менән арбағайны. Нисек кенә булмаһын, был сибәр, һәләтле йырсы тормош буйынса үҙ юлы менән бара.