Оло юлда йөрөү һыҙаттарын тамғалар айырыуы күптән инде күнегелгән күренешкә әйләнгән. Әммә Өфөлә улар йәй уртаһына тиклем булманы тиерлек: ҡайҙалыр яңы асфальт түшәгәндәр, элекке юлдарҙа иһә ул тулыһынса тигәндәй юйылып бөткән.
Бөгөн дә уларҙы төп урамдарҙа ғына күрергә тура килә. Ә бит ул тамғалар юҡтан ғына уйлап табылмаған, хәүефһеҙ хәрәкәт өсөн был мотлаҡ.
– Ҡалалар буйлап күп йөрөргә тура килә, һеҙ ҡасан юлдарҙа тамғалар һала башлайһығыҙ? – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров бөгөнгө оператив кәңәшмәлә. Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәновтың ошо һорауға яуабынан күренеүенсә, ҡалалар был эште тамамлау өсөн өҫтәмә ваҡыт – бер ай һорағандар. Ведомство етәксеһе белдереүенсә, август аҙағына саҡлы юлдарға тамға һалыу тамамланасаҡ.