Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Август 2019, 00:29

Ике баланы етем ҡалдырып...

Водитель ауыр тән йәрәхәттәре алып, тере ҡалһа ла, уның пассажиры, 23 йәшлек ҡатын, урында уҡ һәләк булған. Асыҡланыуынса, уның ике бәләкәс сабыйы етем ҡалған.

ufa.kp.ru
ufa.kp.ru
Кисә төндә Өфө районында юл фажиғәһе булған: “Лада” автомобилендәге 21 йәшлек водитель идараны юғалтып, электр бағанаһына бәрелгән.
Үҙе ауыр тән йәрәхәттәре алып, тере ҡалһа ла, уның пассажиры, 23 йәшлек ҡатын, урында уҡ һәләк булған. Асыҡланыуынса, кейәүҙәге йәш ҡатындың ике бәләкәс сабыйы етем ҡалған. Йәш һәм һап-һау килеш аяныслы юл фажиғәһендә һәләк булған ҡатындың яҡындары һәм дуҫтары был хәлгә һаман да ышанып бөтә алмай.
Беҙ ҙә аяныслы рәүештә ғүмере өҙөлгән ҡатындың яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, ә юлда йөрөгәндәрҙең хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен хәтерҙән сығармауҙарын үтенәбеҙ.
Читайте нас: