Өфө янындағы ауылдарҙың береһендә кешеләрҙе бер йорт ихатаһында ҡәбер булыуы борсой.
Ауылдаштары Владимир Тигаев үҙенең 14 йыл элек янған йорто янында фоторәсемле ҡәбер табличкаһы менән тәре ҡуя. Баҡһаң, шул саҡта ут эсендә уның улы үлә. Егеттең һөйәктәре лә ҡалмай тиерлек.
Ҡайғынан атай кеше, улы хаҡында ниндәйҙер иҫтәлек ҡалыуын теләп, ихатаһында үҙенсә хәтер мемориалын булдыра.
Владимир әйтеүенсә, был ҡәбер түгел, әммә урындағы халыҡ егетте тап ошонда ерләгәндәр тип һанай. Йәмәғәт эшмәкәре Руслан Бәҙретдинов урындағы власҡа хәл-ваҡиғаға асыҡлыҡ индереүҙе һорап мөрәжәғәт итте.