Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2019, 14:15

“Беҙ аслыҡтан шешенә инек...”

Билдәле шағир Илья Резник йырсы, алып барыусы Ольга Бузованы тәнҡит утына тотҡан. Баҡһаң, популяр блогер социаль селтәргә видеояҙма һалған. Унда Бузова өҫтәл артында ултыра, буш тәрилкәне ялай һәм үҙен “блокадница” тип атай.

Быға ҡарата билдәле шағир: “Беҙҙең шоу-бизнес, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, деградацияға бирелгәндән бирелә. Бәғзеләр оятын, намыҫын, Тыуған ил төшөнсәһен бөтөнләй онотҡан. Әгәр Бузованы 1942 йылдағы Лениградҡа алып барып, көнөнә бирелгән 125 грамм икмәккә йәшәтһәләр, нисек шаярырға белер ине, “ – тип яҙған.

Әйткәндәй, Илья Резник үҙе – блокаданы кисергән кеше. Шуға ла уның: “Беҙ аслыҡтан шешенә инек, ә һеҙ, иптәш Бузовалар, аҡсанан шешенәһегеҙ”, – тип әйтеүенә һис аптырарға түгел.

Уңышһыҙ шаярыуынан һуң Ольга Бузоваға социаль селтәрҙә ултырыусыларҙан да арыу эләккән. Йырсының әсәһе Ирина, аптырағандан, ҡыҙын яҡлап яҙған: баҡһаң, Оляның өләсәһе блокада кисергән икән һәм, йәнәһе, Ольга уның ғәҙәтен үҙенә алған.

Фото: ria.ru
Читайте нас: