Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2019, 18:40

Бер секундта тотош ғаилә...

...Ғаилә Бүздәктән Абдулла ауылына ҡунаҡҡа юллана. Юлда водитель ҡатын, ҡурҡыныс юҡлығын күргәс, алдағы машинаны үтмәк була.

Рулдә 40 йәшлек дүрт бала әсәһе була. Эргәһендә – ире, артҡы урындарҙа уларҙың 16, 14 һәм 4 йәшлек өс ҡыҙы ултыра. 1 йәшлек ҡыҙҙары, бәхеткә күрә, үҙҙәре менән булмай.


12 августа Йәрмәкәй районында ҡот осҡос автоһәләкәттә өс кеше: ғаилә башлығы, ҡатыны, уларҙың 14 йәшлек ҡыҙҙары һәләк булды.

16 һәм 4 йәшлек ҡыҙҙары әлеге мәлдә ауыр хәлдә дауаханала ята.


...Ғаилә Бүздәктән Абдулла ауылына ҡунаҡҡа юллана. Юлда водитель ҡатын, ҡурҡыныс юҡлығын күргәс, алдағы машинаны үтмәк була. Шул ваҡытта уларҙың “Нива”һы үҙ юлынан барған сит ил автомобиле менән бәрелешә. Һөҙөмтәлә “Нива” юлдан ситкә оса. Был көндө ямғыр яуғас, юл да тайғаҡ, күреүсәнлек тә насар ине, ти шаһиттар. “Нива” ныҡ бәрелеүҙән металл өйөмөнә әйләнә. “Бик ҡурҡыныс булды. Эстә ҡысҡырышалар, ә беҙ бер нисек тә ярҙам итә алмайбыҙ”, – тип һөйләй аварияны күргәндәр. Ҡотҡарыусылар килгәс кенә, машинаның түбәһен ҡырҡып, эстә ҡыҫылған кәүҙәләрҙе тартып сығара. Шунда уҡ ике тиҙ ярҙам машинаһы ла килеп етә.


Ир, ҡатын һәм бер ҡыҙҙары шунда уҡ йән бирә. Төрлө дәрәжәләге тән йәрәхәттәре алған Карина менән Садрина әле Приют ҡасабаһындағы дауаханала. Мәрхүмдәрҙең туғандары менән психолог эшләй. Ҙур фажиғәгә килтергән һәләкәт сәбәптәре тикшерелер, ғәйеплеләр асыҡланыр, тик иҫән ҡалған ҡыҙҙарҙың ата-әсәһе һәм апайҙары ғына кире ҡайтмаҫ...
Фото:интернеттан
Читайте нас: