Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Август 2019, 12:30

Ул мине теге донъянан тартып сығарҙы

Омск ҡалаһында хәрби хеҙмәтен үтәгәндә аяҡтарын юғалтҡан Рөстәм Нәбиевтың юғалып ҡалмауы барыбыҙҙа һоҡланыу тойғоһо уята. Бөгөн профессиональ спортсының ғаиләһендә ҡыҙ үҫә, икенсегә бәпәй көтәләр. Батыр егет Инстаграммда үҙ блогын алып бара, тормош йәмен аңлап, бер-беребеҙҙе ҡәҙерләп йәшәргә өйрәтә. Ошо хәлдә ҡалған егетте армияға оҙатҡан һөйгәне нисек ҡабул иткән икән?

– Ныҡ холоҡло, иҫ киткес сабыр Индира – миңә тормош бүләге ул, – ти Рөстәм "Татар тудей" сайтына биргән әңгәмәһендә. – Беҙ уның менән бер ауылдан, бергә үҫтек, бергә уҡыныҡ. Мәктәптә үк бер-беребеҙгә ғашиҡ булдыҡ. Ул мине армияға оҙатып ҡалды. Фажиғәгә тарығас, инде Индира менән хушлашырға тура киләсәк тип уйланым. Шул уй тән һыҙланыуҙарынан да ғазаплыраҡ ине. Уға йөк булаһым килмәне. Был хаҡта әйткәс, Индира миңә бик асыуланды, ташлашабыҙ тигән уйҙы башыңа ла индермә тип ҡырт киҫте. Мөхәббәт бик көслө хис, Индирамдың тоғролоғо, бер-беребеҙҙе яратыуыбыҙ мине теге донъянан тартып сығарҙы. Реанимацияла ул һәр саҡ минең янда булды, һине бер ҡасан да ташламаясаҡмын, тип ҡабатланы. Мин уның ышанысын аҡларға, уға нисек тә лайыҡлы ир булырға тырыша башланым.

Мөхәббәтле йәштәргә киләсәктә лә бәхетле ғүмер насип итһен!

Фото: Рөстәм Нәбиевтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Читайте нас: