Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында зыярат янында 33 йәшлек фирма директорының эшселәре менән осрашыуы күңелһеҙ тамамлана. Полиция хеҙмәткәрҙәре бәхәстә ҡатнашҡандарҙы асыҡлаған, әле был осраҡ буйынса тикшереү бара.
Хәл былай булған: фирма директоры зыярат эргәһендә урынлашҡан офисында үҙенең эшселәре менән ирешкән. Бер мәл етәксе ҡулына бысаҡ алған, ә инде бер хеҙмәткәре уға яуап итеп, уның үҙен травматик пистолеттан атҡан. Эсе йәрәхәтләнгән түрәне дауаханаға оҙатҡандар.