Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Август 2019, 21:59

"Башҡа ҡайтмаҫмын инде..."

Уның олатаһы, Салауат районының Мөрсәлим ауылынан Сабирйән Әхмәтша улы Әхмәтшин, Бөйөк Ватан һуғышында Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.
Өфө ҡалаһының Затон биҫтәһендә урынлашҡан Рәсәй милли гвардияһы ғәскәрҙәренең Генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнештәге Өфө айырым отрядында кесе сержант Марат Ә. менән таныштыҡ.


Баҡтиһәң, уның олатаһы, Салауат районының Мөрсәлим ауылынан Сабирйән Әхмәтша улы Әхмәтшин, Бөйөк Ватан һуғышында Миңлеғәле Шайморатов етәкселегендәге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән.


Тормош ҡуласа тигәндәй, хәҙер уның ейәне Генерал-майорҙың исемен йөрөткән отрядта олатаһы кеүек үк Тыуған иле алдында бурысын үтәй.


"Олатайымдың 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышыуы хаҡында бынан бер нисә йыл элек кенә белеп ҡалдым. Документтарын эҙләп алғас, был мәғлүмәт раҫланды. Был факт данлы дивизияның тарихына ҡыҙыҡһыныу уятты. Ул ике тапҡыр һуғышта булған. Бер тапҡыр яраланып ҡайтып, колхозда эшләп алған. Яралары уңалғас, тағы ла саҡыртҡандар. Икенсе киткәндә: "Башҡа ҡайтмаҫмын инде", – тип илап киткән.


Бөгөн үҙем теләп илебеҙ именлеге хаҡына хеҙмәт итәм. Герой исемен йөрөткән махсус отрядҡа эләгеүем икеләтә ҡыуаныс, ҙур ғорурлыҡ", – ти Марат.


Читайте нас: