ЮХХДИ мәғлүмәттәре буйынса, хәл 14 августа булған. Булгаков ауылының Шоссе урамында "Shaanxi" ҙур йөк машинаһы менән идара иткән 33 йәшлек ир һулға боролғанда мопедта китеп барған балаларға юл бирмәгән. Һөҙөмтәлә балалар машина аҫтында ҡалған, етмәһә, шлемдары ла булмаған.