Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2019, 10:51

10 йәшлек "өләсәй"

10 йәшлек кенә баланың ҡарттарға хас йыйырсыҡтар баҫҡан йөҙлө булып тыуыуы башҡа һыймаҫлыҡ. Үкенескә күрә, был — ысынбарлыҡ.

А42.ru
А42.ru
10 йәшлек кенә баланың ҡарттарға хас йыйырсыҡтар баҫҡан йөҙлө булып тыуыуы башҡа һыймаҫлыҡ. Үкенескә күрә, был — ысынбарлыҡ.
Ҡыҙ бала донъяла бик һирәк осраған сиргә юлыҡҡан. Тыуғанда уҡ тән тиреһе йыйырсыҡлы, тупаҫ булған. Тире һығылмалылығын юғалтҡан. Тиҫтерҙәре лә, туғандары ла уны үсекләргә, “өләсәй” тип атарға ярата.
Камбоджа ҡыҙының бөтә хыялы — пластик операция яһатыу. Баланың матур, һөйкөмлө булғыһы килә. Яҡындары был сирҙе насар кармаға япһара, рәнйетеүселәргә лайыҡлы яуап бирергә өндәй.
Читайте нас: