Һәр ауылда уңған, өлгөлө, булдыҡлы йәш ғаиләләр бар. Улар үҙҙәренең тормошо, матур итеп донъя көтөүе, тәрбиәле балалар үҫтереүе менән башҡаларҙа ихтирам тойғоһо уята. Бөрйән районынан Миңзада менән Айрат Ғиззәтуллиндарҙың ғаиләһе тап шундайҙар иҫәбендә.
Айрат Аҫҡар ауылында алты балалы ғаиләлә тыуып үҫә. Атаһы – зоотехник, әсәһе мәктәптә ашнаҡсы булып эшләй. Биш намаҙҙан ҡалмаған ғаилә башлығы алты улын да иманлы, эшһөйәр итеп тәрбиәләүгә күп көс һала. Ауыл мәктәбендә IX класты уҡып бөткәс, Айрат Ҡурғашлыла һөнәрселек училищеһында тракторсы-водитель һөнәрен үҙләштерә. 2001 йылда уны һалдат бурысын үтәргә әрмегә саҡырталар. Ейәнсура районының Мәзит ауылы егете Юлай менән бер урында хеҙмәт итергә тура килә уға. Физик яҡтан таһыллы башҡорт егеттәре бер-береһенә терәк, башҡалар өсөн һәр яҡлап өлгө булып “һалдат һурпаһын” һемерә.
Бер көн шулай дуҫына тыуған яҡтарҙан хат килә. Юлайҙың һеңлеһе яҙған була уны, хатҡа ҡушып фотоһын да ебәрә. Мөләйем, ҡара күҙле, оҙон сәсле һылыу тураһында уйҙар тынғы бирмәй башлай егеткә. Бер көн Айрат уға үҙе хат яҙа. Ошолай башлана йәштәрҙең ситтән тороп аралашыуы.
Мәскәү өлкәһендә хеҙмәт иткән егет, артабанғы тормошон да хәрби хеҙмәт менән бәйләргә ҡарар итеп, прапорщиктар мәктәбен үтергә Түбәнге Новгородҡа йүнәлә. Уны тамамлағас, Свердловск өлкәһендә контракт нигеҙендә хәрби хеҙмәтен дауам итә.
2004 йылда ялға ҡайтҡан сағында күрешә йәштәр. Миңзада, ул ваҡытта һөнәрселек училищеһын тамамлап, Өфөлә эшләп йөрөгән була. Баһадир кәүҙәле, итәғәтле егетте бер күреүҙә оҡшата ҡыҙ. Айрат хәрби хеҙмәтен дауам итә. Йыраҡ ара йәштәрҙең мөхәббәтен көсәйтә генә. 2008 йылда шаулатып-гөрләтеп туй үткәрәләр.
– Беҙҙең туй күптәрҙең иҫендә ҡалды инде – ул ун көн буйы барҙы. Ул йылда ҡыш ныҡ буранлы булды. 22 февралдә – туй көнөндә – һауа торошо тағы ла боҙолоп китте, юлдарға көрт һалды. Бөрйәндән Ейәнсураға туйға килгән ҡунаҡтар 2 мартта ғына ҡайтып етә алды. Беҙҙең туй тураһында хатта гәзиттә лә яҙҙылар, – ти Миңзада, йылмайып.
Йәш ғаилә Айрат хеҙмәт иткән урында – Свердловск өлкәһенең Лосиный ҡасабаһында йәшәй башлай. Әммә хәрби кешеләрҙең яҙмышы шул инде – бер нисә айҙан өлкән прапорщикты Тажикстанға хеҙмәткә йүнәлтәләр. Буйға уҙған йәш кәләш Миңзада Бөрйәнгә ҡайны-ҡәйнә йортона ҡайтып йәшәй башлай. Беренсе ҡыҙҙары Айгүзәлгә туғыҙ ай тулғас ҡына ял бирәләр Айратҡа. Һуңынан уны Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл хәрби часына ебәрәләр. Дөйөм ятаҡтан бүлмә алғас, ғаиләһен дә килтерә. Һәүетемсә генә донъя көткән мәлдә хәрби часты Алтай крайына күсерәләр.
– Төйөнсәктәребеҙҙе төйнәп, юлға йыйынғайныҡ инде, ғаиләлеләр өсөн унда көнкүреш шарттарының булмауы, бар һалдаттарҙың да казармаларҙа йәшәйәсәге тураһында хәбәр иттеләр. Яңғыҙыма ике бала менән алты ай йәшәргә тура килде, – тип иҫләй Миңзада.
Тиҫтә йыл шулай унда-бында күсеп йөрөп ялҡҡас, Айрат хәрби хеҙмәттән китергә ҡарар итә. Атай йортонда бер аҙ торғас, район үҙәгендә фатир яллап йәшәй ғаилә. Айрат – газ операторы, һуңынан урман хужалығында, Белоретта һаҡсы булып эшләй. Яңы Собханғолдан ер биләмәһе алып, атайҙарының әллә ни иҫке лә булмаған йорттарын күсереп килтереп күтәрәләр. Тиҙҙән уға төкәтмә өҫтәп, торлаҡ майҙанын киңәйтергә лә ниәттәре бар.
Ғаиләгә йәм өҫтәп, йәнә бер ҡыҙҙары һәм улдары донъяға килә. Бөгөн Ғиззәтуллиндар ҡура тулы мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп мул йәшәй. Айрат, умартасы һөнәрен үҙләштереп, ҡортсолоҡ менән дә шөғөлләнә. Миңзада балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләй.
Балаларын хеҙмәткә өйрәтеп, иманлы итеп тәрбиәләргә тырыша Ғиззәтуллиндар. Айрат улы Айгиз менән мәсеткә йыш йөрөй. Дүрт балалары ла доға уҡый белә. Мәктәптә белем алған Айгүзәл менән Алһыу ата-әсәләрен уҡыуҙағы уңыштары менән һөйөндөрөп тора, мәсеттә уҙғарылған конкурстарҙа ла алдынғылыҡты бирмәй. Бәләкәс ҡыҙҙары Зөлхизә лә шуҡ, һәр яңылыҡ менән ҡыҙыҡһыныусан булып үҫеп килә.
– Ни сәсһәң, шуны урырһың, тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Балаларыңды нисек тәрбиәләйһең, шундай булып үҫә улар. Иң тәүҙә ата-әсә үҙе үрнәк күрһәтергә тейеш, – ти Айрат.
Әйткәндәй, уның ғүмерендә бер тапҡыр ҙа тәмәке тартҡаны, рюмка күтәргәне юҡ. Сәләмәт йәшәү рәүешен һайлаған ғаиләлә бөгөнгө заманда һирәк күҙәтелгән атай абруйының көслө икәнлеге күренеп тора, бер-береңде хөрмәт итеү мөхите тойола. Ыҡсым ғына йорттарында, ихаталарында һәр ваҡыт тәртип һәм таҙалыҡ күҙгә ташлана.
Миңзада, төп һөнәре буйынса тегенсе булараҡ, ҡул эштәренә бик оҫта, аш-һыуға ла бөтмөр. Ҡыҙҙарын да тегеү, бешеренеү серҙәренә ихлас өйрәтә.
Һәр ғаилә – үҙе бер бәләкәй дәүләт, тиҙәр. Бөрйән районында йәшәгән Ғиззәтуллиндар менән аралашып, сикһеҙ шатлыҡ кисерҙем. Был “бәләкәй дәүләттең” нигеҙе лә ныҡлы, киләсәге лә өмөтлө һәм яҡты.