Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Август 2019, 17:05

Үҫемлек майы ҡулланғандан... үлгән

Нимә менән генә ағыуланмай халыҡ. Хәҙер көнбағыш майы ла хәүеф тыуҙыра икән.

Нимә менән генә ағыуланмай халыҡ. Хәҙер көнбағыш майы ла хәүеф тыуҙыра икән.
Бөгөн Ульяновск өлкәһендә биш өлкән кеше һәм ике баланы дауаханаға оҙатҡандар. Сәбәбе – ошо үҫемлек майы менән ағыуланыу.
Сирлеләрҙең хәле шәптән түгел. Уларҙың бөтәһенең дә танау-ҡолағынан ҡан аға. Бер өлкән кеше үтә ауыр хәлдә. Ҡайһы бер сығанаҡтар мәғлүмәттәре буйынса, зыян күргәндәрҙең береһе үлгән. Тик әлегә быны рәсми дәлилләү юҡ.
Зыян күргәндәрҙең бөтәһе лә көнбағыш майын баҙарҙа бер сауҙа нөктәһенән алған. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, май һығып алынған көнбағышта ҡомаҡ ағыуы булған.


Табиптар был хәл тураһында полицияға хәбәр иткән, енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: varikoza-net.ru
Читайте нас: