Бөрйән районына етеп, Мәһәҙей ауылын үтеү менән уң яҡта “Ҡымыҙ” тип яҙылған алтаҡтаны тап иттек. Шифалы эсемлекте татып ҡарау теләге көслө булып сыҡты – ваҡыт тар булһа ла, шул яҡҡа табан ыңғайланыҡ. Хәтфә болондарҙың хуш еҫенә күбекләнеп һауылған ҡымыҙ еҫе ҡушылып аңҡыған йәйләүҙең һауаһы тәнгә сихәт, йәнгә рәхәт өҫтәгәндәй тойолдо...
Йәмле Бешәке йылғаһы буйында урынлашҡан “Хәйбуллин” крәҫтиән (фермер) хужалығының ҡымыҙ етештереү йәйләүендә эш гөрләй. Беҙҙе аҡ халатлы мөләйем ҡатын ҡаршы алды. Фермерҙың тормош иптәше Альбина икән. Бөхтә итеп йыйыштырылған хужалыҡ йортона инеп, яңы ғына әҙерләнгән ҡымыҙҙан ауыҙ иткәс, хужабикәнән нисек фермерлыҡ эшен башлап ебәреүҙәре, хужалыҡтың бөгөнгө торошо тураһында ҡыҙыҡһындым.
Яуымбай егете Фәһим менән Мәһәҙей ауылы ҡыҙы Альбина, оҙаҡ ҡына дуҫлашып йөрөгәс, 2003 йылда ғаилә ҡора. Йылайыр ауыл хужалығы техникумын тамамлап, колхозда зоотехник булып эшләгән егеткә фермерлыҡ менән шөғөлләнеү уйы күптән тынғы бирмәгән.
Кәләшенең ризалығын алғас, Фәһим тәүәккәлләй – крәҫтиән (фермер) хужалығы асып ебәрә. Иң тәүҙә ағас эше менән шөғөлләнә, пилорама һатып ала – заказдар алып, таҡта яра, бура бурай. Ауылдаштарына бер нисә даими эш урыны булдыра, миҙгелле эштәргә лә йәлеп итә. Дәүләт ярҙамына таянып, техникалы була. Ғаиләгә йәм өҫтәп, улдары Илсур һәм ҡыҙҙары Нурия тыуа.
2009 йылда Хәйбуллиндар, Ишембайҙан 20 баш бейә һатып алып, ҡымыҙсылыҡ менән дә шөғөлләнә башлай. Фельдшер булып хеҙмәт иткән Альбина ла, тормош иптәшенә ярҙам итеү маҡсатында, эшенән китә. Тырышлыҡтың һөҙөмтәһе көттөрмәй – бөгөн “Хәйбуллин” КФХ-һының Бешәке ҡымыҙын район халҡы ғына түгел, ситтән дә килеп һатып алалар.
Әлеге мәлдә хужалыҡта йөҙгә яҡын йылҡы малы иҫәпләнә. Шуларҙың 30 башы – һауын бейәһе.
– Йәйләүгә быйыл да май аҙаҡтарында сыҡтыҡ. Йыл һайын бындағы эштәрҙе тәжрибәле ҡымыҙ бешеү оҫтаһы Айһылыу апай Ямғурсинаһыҙ башламайбыҙ. Быйыл да ярҙамға уның XI класты тамамлаған ҡыҙы Алһыу килде. Бәләкәйҙән бейә һауырға, ҡымыҙ бешергә өйрәнгән Алһыу бында 11-се йыл ярҙамлаша, – ти Альбина.
Йәйләүҙә өсөнсө йәй эшләгән Рәмзиә Ҡарасурина – элекке “Ағиҙел” колхозында күп йылдар эшләгән тәжрибәле бейә һауыусыларҙың береһе. Мәүсилә Нәбиуллина иһә ҡымыҙ йәйләүендә беренсе йыл, шуға ҡарамаҫтан, тиҙ арала бейә һауырға ла, ҡымыҙ бешергә лә өйрәнеп алған.
– Бейәләр көнөнә дүрт тапҡыр һауыла. Көндәлек һауым 90-100 литр тирәһе тәшкил итһә, эҫе көндәрҙә һөт 10-15 литрға кәмеп тә ҡуя. Йылҡыларҙы Хәләф Маликов менән Ғәни Нәбиуллин алмашлап көтә. Ҡымыҙҙың литрын былтырғы кеүек 100 һум менән һатабыҙ. Һатып алыусыларҙан өҙөлгәнебеҙ юҡ, хатта өлгөргәнен дә көтмәй, алып китеп торалар. Ҡайһы ваҡыт еткерә алмайбыҙ хатта, – ти ул.
Хәйбуллиндар һабантуй, йәрминкә кеүек сараларҙа ла ҡатнаша, уларҙың ҡымыҙын “һә” тигәнсә һатып алып бөтәләр.
Әйткәндәй, беҙ әңгәмәләшкән арала ҡымыҙ һатып алырға туҡтаған юлсыларҙан бәләкәй генә сират та хасил булды.
– Балаларыбыҙ ҙа ҡымыҙҙы яратып эсә. Йәй улар күбеһенсә беҙҙең менән бергә йәйләүҙә була. Нурия ҡымыҙ әҙерләү серҙәре менән ихлас ҡыҙыҡһына. Кем белә, бәлки, киләсәктә был эште ул дауам итер, – ти хужабикә.