Донъя малын бергә туплауға етмәй.
Яңыраҡ редакцияға тауышына ҡарағанда оло ғына йәштәге ҡатын шылтыратты: “Һеҙ, башҡортса гәзит сығарған кешеләр, беләһегеҙҙер – тәмәке тартмаған, эсмәгән, башҡортса һөйләшкән ҡыҙ кәрәк ине, улыма кәләш итеп алып бирергә...” “Улығыҙға нисә йәш? Ни өсөн буласаҡ кәләшен әсәһенән эҙләттерә?” – тип аптырайым. “51 йәш, йүнле генә ҡыҙыҡай юҡ бит, ҡайҙан таба алһын...” – әбейҙең яуабы шул булды.
Килен әҙер донъяға килһә...
Иртәгәһенә эш бүлмәһенә йәнә бер әбей килеп инде. “Егеттәр, улыма кәләш эҙләйем, эсмәгән, тартмаған башҡорт ҡыҙын табып бирешегеҙ әле...” Шул уҡ инәй икән. Йөҙөнә, үҙ-үҙен тотошона ҡарағанда, аҡылы теүәл кешегә оҡшаған. Хәйер, улын башлы-күҙле итергә теләүҙең бер хилафлығы ла юҡ инде. Тик заманы башҡа, хәҙер егеттәр ҙә, элекке кеүек, иртә өйләнергә ашыҡмай. Тәүҙә матди яғыңды нығытырға, буласаҡ ғаиләңде ҡарау өсөн шарттар тыуҙырырға кәрәк. Ә эш хаҡың түбән, ипотека йә иһә автокредит түләргә хәлеңдән килмәҫен беләһең икән, ни эшләргә?..
Әммә был осраҡта мәсьәлә ҡатмарлыраҡ шул: “егетебеҙгә” – 51 йәш... Хәйер, матди яғы ла ярайһылыр, улай булғас.
– Үҙенең айырым фатиры бармы улығыҙҙың?
– Юҡ, уға ниңә айырым торлаҡ, бергә йәшәйбеҙ.
– Ә ҡайҙа, кем булып эшләй?
– Тәғәйен эшләгән ере юҡ инде уның, әле таксиҙа кеше ташый, заказдар булһа...
Улының яҙмышы өсөн борсолоуын аңларға була. Әммә теләк кенә етмәй шул бында. Ғүмер буйы әсәй елкәһендә ултырып өйрәнгән, үҙаллы тормош көтә белмәгән улы ниндәй ғаилә башлығы була алыр икән...
Тимәк, уның ҡатыны әсәһе менән бер фатирҙа һәм ҡәйнәһенең күрһәтмәләре буйынса ғына (ә донъя уныҡы бит, килен әҙергә килеп ингән!) йәшәргә тейеш буласаҡ... Йә булмаһа, 40-50 йәштәрҙәге был “ҡыҙыҡай” уны үҙ фатирына алып китә, тик йүнләп аҡса ла эшләй алмаған ирҙе унда оҙаҡ тотормо икән...
– Замана ҡыҙҙары уҫал бит, һеҙҙең фатирға йәшәргә килгән кәләш торлаҡ майҙанында үҙ өлөшөн дә талап итә башлаһа, хатта алдан уҡ шундай шарт ҡуйһа, ни эшләрһегеҙ? – тим.
– Был ниндәй феодаль ҡараш ул?! Бәхетле йәшәү өсөн бөтә шарттар бар миндә, 30 йылдан ашыу педагогия өлкәһендә эшләнем, 22 мең һум пенсия алам, тағы нимә кәрәк уларға?
Бәхетте бөтәһе лә бер төрлө аңламай шул. Өфө районында беҙ йәшәгән ҡасабалағы күршеләр иҫкә төштө. Әбейгә 70 йәштән ашҡан, ләкин ул һаман ҡалалағы травмпунктта эшләп йөрөй. Тимәк, стажы ҙур һәм пенсияһы ла бәләкәй түгелдер. Ире иҫән саҡта ике ҡатлы ҙур өй һалғандар, гаражы һәм башҡа йорт-ҡаралтыһы, һыуы, газы – һәммәһе лә бар. Әммә 40 йәштән уҙған улы һаман өйләнмәгән. Барлыҡ мөлкәт, белеүемсә, хужабикәгә яҙылған (хәҙер тормош тәжрибәһе булған ололар барыһы ла шулай эшләй, йәштәргә ышаныс бармы). “Ашығыс ярҙам” машинаһын йөрөткән улының хеҙмәт хаҡы ҙур булыуы шикле. Тимәк, кәләше менән айырым йорт төҙөй башлау уға үтә ауыр бурыс буласаҡ. Хәйер, әсәһе, ай-һай, быға рөхсәт итерме икән?..
Бер уйлаһаң, хужабикә был осраҡта хаҡлы булыр ҙа һымаҡ: ике ҡатлы яландай өй уның бер үҙе өсөн генә һалынмаған бит, бер нисә балалы ғаилә ҡороу өсөн тип тырыштырғандар. Ярай, әбей әле эшләп йөрөй, ә бит, иртәме-һуңмы, барыбер пенсияға ғына ҡарап ҡаласаҡ, ул саҡта коммуналь хеҙмәттәрҙе нисек түләр? Ҙур йорттарҙа, мәҫәлән, газ өсөн генә лә ҡышын айына бишәр-алтышар мең һум түләргә тура килә – быға үҙем шаһит.
Шулай булғас, яңы килен булып төшкән гүзәл зат, йылдар буйы ошонда йәшәһә лә, йорттоң бер квадрат сантиметры ла уныҡы булмаясаҡ. Етмәһә, “әҙергә килдең, кеше малы тиһеңдер инде, бер нәмәнең ҡәҙерен белмәйһең” тип йыш ҡына хәтеренә төшөрөп торһалар? Айырылышырға булһалар, был йәш ҡатын сумаҙанын тотоп ҡына сығып китергә тейеш буламы?
Ваҡыт тигәнең аҡҡан һыу кеүек
Эш аҡсала түгел, тип әйтеү бында дөрөҫлөккә тап килмәй. Донъя ҡороу, ғаилә етеш йәшәһен өсөн матди нигеҙ булдырыу төп шарт булып тора. Урыҫтарҙың “с милым рай и в шалаше” тигәне әле саҡ өйләнешкән йәштәргә генә ҡағылалыр ул. Әммә был “кәнфитле-сәскәле” осор бик тиҙ үтеп китә. Артабан донъя артынан ҡыуыу башлана: “һәйбәт” эш урыны, заман уңайлыҡтары булған фатир, “текә” автомобиль, сит илгә ял итергә барыу, өр-яңы маркалы смартфон, йәнә башҡа техника-гаджет, баланы абруйлы гимназияға урынлаштырыу... Был бәйгелә байы ла, ярлыһы ла үҙен бәхетле тоя алмайҙыр, моғайын: бай ғаиләнән сыҡҡан егет йәки ҡыҙ буласаҡ тормош иптәшенә ҙур талаптар ҡуя (шул иҫәптән – матди), фәҡиренең иһә ғаилә өсөн бындай етеш шарттар тыуҙырырға хәленән килмәй. Һөҙөмтәлә тегеләре лә, былары ла башлы-күҙле була алмай аптырай.
Һуңғы бер нисә тиҫтә йылда барлыҡҡа килгән “гражданлыҡ никахы” тигән күренеш тә шуның эҙемтәһе бит инде. Тимәк, егет менән ҡыҙҙың (кейәү менән кәләштең) бер-береһенә ҡарата һис ниндәй йөкләмәһе юҡ, улар “былай ғына” йәшәй, йәнәһе, бер-береһен һынап ҡарау өсөн уларға ваҡыт кәрәк. Шул сәбәпле статистикала ғәжәп бер күренеш һынлана: өйләнгән егеттәр һаны кейәүҙә булған ҡыҙҙарға ҡарағанда аҙыраҡ.
Ә ваҡыт тигәнең аҡҡан һыу кеүек уҙа. Эксперттар фекеренсә (хәйер, боронғонан килгән тормош тәжрибәһе лә шуны раҫлай), ҡатын-ҡыҙ өсөн 18-21 йәштә әсәй булыу биологик яҡтан иң уңайлы осор һанала, ә 30 йәш тирәһенә еткәс ул, ҡағиҙә булараҡ, бер бала табыу менән генә сикләнә, был иһә йәмғиәттәге демографик проблеманы тәрәнәйтә. Тәбиғәт иһә бер ғаиләлә кәмендә биш-алты сабый тәрбиәләнеп үҫеүен күҙ уңында тота. Элек шулай булған да. Әммә хәҙерге заманда, туғандар һәм таныштар араһындағы ғаиләләрҙе байҡап, үҙегеҙ инана алаһығыҙ: күп балалы ғаиләләрҙең көнкүреш кимәле аҙ һанлы булғандарынан байтаҡҡа түбәнерәк. Хатта дәүләттең әсәлек капиталы, пособиелар һәм башҡа ярҙамы ла демографияны үҙгәртә алмай әлегә. Тимәк, йәнә килеп, мәсьәлә матди нигеҙгә барып төртөлә.
Тағы ла 51 йәшлек улына кәләш эҙләп йөрөгән апайға әйләнеп ҡайтайыҡ. Уларҙың, уйлап ҡараһаң, матди шарттары бар бит... Һәр хәлдә, әбейҙең әйтеүенә ҡарағанда. Бында инде эгоистик ҡараш өҫкә ҡалҡып сығалыр: яңы ғына йортҡа килеп ингән килен ҡәйнәһенең ғүмер буйы бөртөкләп йыйған байлығын үҙе кәрәк тип тапҡанса файҙалана башлаясаҡ, ире лә быға риза буласаҡ, әсәһенең һүҙе артҡы планға күсәсәк... Шундай билдәле лаҡап та бар: “Көҙгө ҡатыҡ, көмөш ҡашыҡ – ҡыҙым менән кейәүемә, яҙғы ҡатыҡ, ярыҡ ҡашыҡ – улым менән киленемә”. Бында инде донъяһын килендән ҡыҙғаныу асыҡ күренеп ята. Тап шуға күрә лә әлеге әбей улына кәләште үҙ “үлсәмдәре”нә тура килтереп эҙләргә ынтыла ла инде.
Күпселек ҡатын-ҡыҙға үҙенә етеш тормош булдырыу өсөн, элекке замандағы кеүек, кейәүгә сығыу, иренең тапҡан-таянғанына өмөт итеп йәшәү мотлаҡ түгел. Улар хәҙер һөнәрле, белемле, матди яҡтан аяғында ныҡлы баҫып тора. Тимәк, иренә һәм ҡайны-ҡәйнәһенә буйһоноп йәшәү тураһында һүҙ ҙә булыуы мөмкин түгел. Ләкин бындай үҫешкә (карьераға) өлгәшеү өсөн байтаҡ ваҡыт кәрәк. Кейәүгә сығыу мәсьәләһен хәл итеү мәле еткәндә уға 30 йәштәр тирәһе булып сыға. Был саҡта инде романтик ҡараш осоро үткән, аҡыл инеп ултырған. Ул инде хәҙер оҙон буйлы һәм бөҙрә сәсле түгел, ә һәйбәт вазифа биләгән, ярайһы уҡ килемгә эйә булған көслө затты эҙләй. Тик ҡайҙан табырға?
“Ҡарт” егеттәрҙең дә психологияһы йәш-елкенсәк сағынан айырыла һәм үҙгәрә бара. Әлеге шул “Ашығыс ярҙам” машинаһын йөрөтөүсене алып ҡарайыҡ. Ул һаман әсәһе тәрбиәһендә йәшәй, ашарға-эсергә әҙер, донъяны ҡайғыртырға кәрәкмәй һәм иң мөһиме – уның һәр теләген үтәргә әҙерҙәр, “өф” итеп кенә торалар. Бәлки, йәш сағында ғашиҡ булып йөрөгән ҡыҙы ла булғандыр, әммә әсәһе уға өйләнеүгә ҡаршы төшкәндер. Ә хәҙер уның ҡатынлы булғандан һуң башланған тормошон күҙ алдына килтерәйек: донъяға һәм ғаилә бюджетына кәләше хужа, уның һәр теләген үтәргә, уныңса үҙгәртеп ҡорорға, кис эштән ваҡытында ҡайтырға... Ахырҙа ғаиләлә аҡрынлап тарҡалыш башлана. Әсәһе, тәбиғи, улы яҡлы.
Йыш ҡына шулай ҙа була: ҡатыны менән айырылышҡан улы әсәһе йортона әйләнеп ҡайта һәм бер хәсрәтһеҙ тормош ҡабат башлана. Әсәй улына кәләш эҙләй. Әммә хәҙер тегеһенең аҙмы-күпме ғаилә тәжрибәһе бар бит инде – ул ҡабат кемдеңдер тәртәһенә инеү мәлен мөмкин тиклем һуҙырға тырыша. “Иреккә сыҡҡас” эсеүгә һалышҡан ирҙәр ҙә һирәк түгел. Был әҙәм шуныһын аныҡ белә: ҡатыны бындай ирҙе өйҙән ҡыуып сығарырға мөмкин, ә әсәһе бер ҡасан да улай эшләмәйәсәк. Ул ғүмеренең һуңғы көндәренә саҡлы ғәзиз балаһының эсеүҙе ташларына, башҡалар һымаҡ ғаиләле булып йәшәренә өмөт итә. Хатта улы эсеүен ташлап торған осорҙарҙа ул күрше-күләнгә һәм таныш-тоношҡа был турала әйтә лә башлай: “Улым хәҙер тәүбәгә килде, эсеүен ташланы, кәләш итеп алып бирерлек берәй ҡыҙҙы белмәйһегеҙме? Тик эскән йәки тартҡаны булмаһын инде”. Электән килгән “һуҡырҙарса әсә мөхәббәте” тигән төшөнсә бар. Ул – барлыҡ йән эйәләренә тәбиғәт тарафынан бирелгән иң көслө һәм бөйөк инстинкт. Әммә һәр нәмәнең үҙ ваҡыты була түгелме икән?
Үҙ ваҡыты тигәндәй, бынан бер нисә тиҫтә йыл элек, минең йәшлек осоромда, ауылдан ҡалаға уҡырға килгән һәм шунда эшкә ҡалған йәштәр араһында хәл бөтөнләй башҡаса ине: егет менән ҡыҙ үҙҙәре таныша, дуҫлаша, бер-береһенән башҡа йәшәй алмаясағын аңлай һәм ЗАГС-ҡа ғариза бирә, ә ата-әсә буласаҡ килене йәки кейәүен бер тапҡыр ҙа күрмәгән әле. Уларҙы туй алдынан ғына ауылға таныштырырға алып ҡайталар, ә ҡайһы саҡ хатта ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарҙың беренсе тапҡыр ошо туйҙа ғына осрашыуы ла һирәк күренеш түгел ине.
Ә унан да алдараҡ (үткән быуаттарҙы күҙ уңында тотам) улына кәләште яусылар эҙләгән. Ҡыҙҙың ата-әсәһе лә, буласаҡ кейәүҙеке лә бер-береһенең нәҫел-нәсәбен өйрәнгән, кемдәре сирле йәки донъя көтөргә йүнһеҙ икәнен асыҡлаған. Был мәғлүмәтте ике яҡҡа ла яусы ташып йөрөгән. Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос тигән лаҡап та шул замандарҙа тыуғандыр инде. Бының да тәрән мәғәнәһе бар: әсәһе менән атаһының үҙ-ара һөйләшкәндәге бер-береһенә мөнәсәбәте, ҡул оҫталығына йәки аш-һыуға таһыллығы, мал-тыуарының күплеге һәм башҡаһы улар тәрбиәләп үҫтергән баланың да ниндәй буласағына һәм донъяны нисек көтәсәгенә ишаралай.
Ул замандарҙа ғаиләләр ныҡлы булған, ир менән ҡатын ғүмер ахырынаса бергә йәшәгән тигән фекер һаҡлана. Бының сәбәбендә ниндәй нигеҙ ятҡан – атай-әсәйҙең улына кәләш алғанда һәм ҡыҙ биргәндә шулай барыһын да ныҡлы уйлап һәм тормош тәжрибәһенә нигеҙләнеп эш итеүеме, әллә донъяны бүлешеүҙән ҡурҡыумы? Ҡыҙы айырылып ҡайтһа, уның ата-әсәһе ҡалымды ла кире ҡайтарырға тейеш булған бит. Йәш ғаилә башлығы ла бер нәмәне лә хәл итмәгән, барыһын да атаһы ҡушҡанса эшләгән, ҡасан төп йорттан айырылып сығыуҙы һәм ғаиләле улына айырым өй һалып биреүҙе лә ололар хәстәрләгән.
Хәҙерге баҙар иҡтисады “отошло-отошһоҙ” тигән аяуһыҙ ҡанунға нигеҙләнеп эш итә. Әммә бер-береһенә ҡарата хис-тойғоһо булмаһа, йыйылған мал-мөлкәт кенә ғаилә ныҡлығын тота аламы икән? Миллионлаған һум йәки долларҙар менән эш иткән сәхнә “йондоҙ”ҙарының да туҡтауһыҙ айырылышып-өйләнешкәнен күреп торабыҙ бит. Тимәк, йәш һәм романтик хистәр тулы саҡта (“йәш һәм иҫәр саҡта” тип тә әйтәләр) өйләнешеп ҡалыуға, донъя малын да бергә туплауға етмәй инде ул.