Дүртенсе ҡаттан ташланған сабый, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, шунда уҡ йән бирә. Был ҡот осҡос хәл Красноярск крайында була.
Ғаилә башлығы сираттағы дозаны ҡабул итә һәм үҙен имәнес хәлдә тота башлай. Ҡайһылыр мәлдә ул алты айлыҡ ҡыҙын ботонан тотоп ала ла тәҙрә аша һелтәй.
Ғаиләнең имен түгеллеге аңлашылып тора. Наркотиктар менән ир генә түгел, ҡатыны ла шаяра икән. Уларҙың ғаиләһендә тағы бер бала бар. Малайҙарына әле ике йәш тә тулмаған. Опека органдары был баланы бер нисә мәртәбә ғаилә ҡарамағынан тартып алған булған, тик ниндәйҙер сәбәптәр менән кире ҡайтарған.
Ошондай ғаиләләргә иғтибарлыраҡ булһаҡ ине. Айырыуса бәләкәй
балалар булғанда. "Балалар йорто шәкәр түгел" тиһәләр ҙә, исмаһам,