Ямал-Ненец автономиялы округында йәшәгән хаҡлы ялдағы бер ир шәрәмәте шешәләш "дуҫын" үлтергәнсе туҡмаған. Уға ҡарата енәйәт эше асылған.
Әле тәфтишселәр Красноселькуп районының Толька ауылында теркәлгән фажиғә буйынса енәйәт эшен тикшерә.
Асыҡланыуынса, 64 йәшлек пенсионер ауылдашы менән араҡы эскән мәлдә һүҙгә килешә. Үкенескә ҡаршы, үҙ-ара тиргәш һуңынан ҡул һуғышына әүерелә. Ғәйепләнеүсе ир иптәшен ныҡ ҡына дөмбәҫләп ташлай.
Ауыр тән йәрәхәттәре алған "дуҫы” шунда уҡ йән бирә. Үлемесле ваҡиға июнь аҙаҡтарында теркәлгән.