Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Август 2019, 12:47

Уларҙың балалары булырмы икән?..

"Ике аяғымды ла киҫкәс, улар ныҡ борсолған, көн һайын тигәндәй мәсеткә минең өсөн доға ҡылырға йөрөгәндәр..."

Фото: Рөстәм Нәбиевтең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Фото: Рөстәм Нәбиевтең социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.
Омск ҡалаһында казарма емерелеп, ике аяҡһыҙ ҡалып та, тормош һанауҙары алдында юғалып ҡалмаған Рөстәм Нәбиев барыбыҙҙа ла һоҡланыу тойғоһо уята. Бына кемдән өлгө алырға кәрәк беҙгә!


Рөстәм үҙенең тормошо хаҡында социаль селтәрҙәрҙә бына нимә тип яҙа:
"Минең ҡазаға тарыуымды ишеткәс тә, Индира Омскиға килде, - тип хәтерләй ул мәлде десантсы. - Моғайын, бындай аңлашылмаған хәлдә бер атай-әсәй ҙә балаһын әллә ҡайҙа ебәрергә ашыҡмаҫ ине. Ул көндә Индираның атаһы ҡыҙының был ниәтен, киреһенсә, хуплаған. Әсәһе тәүҙә “Ниңә бараһың, уға нисек ярҙам итмәксе булаһың?” тип әйтһә лә, рөхсәт иткән. Ике аяғымды ла киҫкәс, улар ныҡ борсолған, көн һайын тигәндәй мәсеткә минең өсөн доға ҡылырға йөрөгәндәр. Индираға тәҡдим яһағас, әсәһе “Балалары булырмы, улар ниндәй аҡсаға һәм нисек йәшәр инде?” тип ҡайғырған. Күрәһең, ҡыҙҙары ғүмер буйы инвалид менән яфаланыр, уға һәр ваҡыт мине ҡарарға тура килер, тип күҙ алдына килтергәндәрҙер. Ҡыҫҡаһы, минең менән бәхетле булмаҫ, тип борсолғандар.

Хәҙер ҡәйнәм мине бигерәк ныҡ хәстәрләй. Ҡайныма һәр ваҡыт “Илдар, Рөстәмгә коляскаһын индерергә йәки сығарырға, машинаға керергә ярҙам ит...” тип борсолоп ҡына тора. Мин уға “әсәй, миңә ярҙам кәрәкмәй, бөтәһен дә үҙем эшләй алам” тим. Бер ҡараһаң, күптәр инвалидтың үҙаллы булып, бөтә эш тә ҡулынан килеүен аңлап та бөтмәйҙер, күрәһең".
Читайте нас: