Төбәк етәксеһе үткәргән аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә вице-премьер – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Борис Беляев сығыш яһаны.
Уның мәғлүмәттәренә ярашлы, 2024 йылға тиклем республикала һыу бүлеү системалары төҙөүгә 4,5 миллиард һум йүнәлтеләсәк. шуның 4,17 миллиард һумы – федераль ҡаҙнанан.
“Таҙа һыу” федераль проекты нигеҙендә биш йылда республикала сифатлы эсәр һыу менән тәьмин ителгән халыҡ өлөшөн 92,5 процентҡа, ә ҡалала 99,5 процентҡа еткереү күҙаллана. Әле төбәктә был күрһәткес 87,6 процентҡа тиң.
Башҡортостандағы һыу хужалығы комплексында ике меңдән ашыу һыу бүлеү ҡоролмаһы, 15 мең һыу бүлеү селтәре бар. Республика адреслы инвестиция программаһына ярашлы, 12 объект төҙөлә. Төбәктә 10 һыу бүлеү объекты проектлана. Уларҙың ҡайһы берҙәре Асҡын районының Иҫке Ҡаҙансы, Күгәрсен районының Мораҡ, Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы һәм Туймазы ҡалаһында төҙөләсәк. Программаны тормошҡа ашырыуға быйыл 523 миллион һум аҡса йүнәлтелә. Бынан тыш, 712 миллион һумлыҡ проект-смета документы әҙерләнде.
“Таҙа һыу” проекты буйынса 2019 йылға федераль ҡаҙнанан 140 миллион һум бүленә. Был аҡсаға Дәүләкән өсөн һыу таҙартыу станцияһы, Өфө районындағы алты ауыл өсөн һыу бүлеү ҡорамалы һәм селтәре ғәмәлгә индереләсәк.
Төбәк етәксеһе, халыҡты сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү – тәү сираттағы бурыс, тип билдәләне.