Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Август 2019, 14:00

Мунса яғам тип... балалар бешә

Был күңелһеҙ хәл кисә Ғафури районында була. Ҡулдан эшләнгән газ горелкаһы ярҙамында үҙаллы мунса яҡҡанда алты, туғыҙ һәм 13 йәшлек балалар бешә.

Был күңелһеҙ хәл кисә Ғафури районында була. Ҡулдан эшләнгән газ горелкаһы ярҙамында үҙаллы мунса яҡҡанда алты, туғыҙ һәм 13 йәшлек балалар бешә.


Уларҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы тән бешеүе үҙәгенә оҙаталар. Урынға янғын һүндереүселәр саҡырылмай. Емерелеү һәм яныу теркәлмәй. Әйткәндәй, балалар тәрбиәләнгән ғаилә имен тип иҫәпләнә.


Был турала Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә мәлендә республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров хәбәр итте. “Уҙған аҙнала республикала 158 янғын теркәлде, уларҙа өс кеше вафат булды, дүрт кеше ҡотҡарылды”, – тине ул.


Был аҙнала террор акты хәүефе тураһында 14 хәбәр килә, бер осраҡта ла шартлатҡыс табылмай. 12 тапҡыр бейеклектән осоп төшөү теркәлә, унда дүрт кеше һәләк була һәм алтауһы дауаханаға оҙатыла.


Фото: vk.com
Читайте нас: