Белорет ҡалаһынан О. Козенко күршеләрендә – Учалыла булғанда ҡалаға һоҡланып ҡайтҡан. "Ҡыҙыҡ, беҙҙә ошондай подъездар бармы икән? Ә Учалыла бар! Былар барыһы ла торлаҡ-эксплуатация идаралығы иҫәбенә төҙөкләндерелгән", – тип яҙҙы ул тәьҫораттары менән уртаҡлашып.
Уға башҡалар ҙа ҡушылған. "Беҙ Учалыла булдыҡ, унда сит илдәге кеүек. Матурлыҡ, аҙым һайын ижади эшләнгән әйберҙәр, тәмәке төпсөгө урамда туҙып ятмай, бысратмайҙар. Күҙ яуын алырлыҡ парктары бар", – тип яҙа Р. Хызырова.
Әйткәндәй, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктәге эшмәкәрлегенең тәүге көндәренән үк республикала күп фатирлы йорт подъездарын ремонтлау программаһының үтәлешен талап итте. Быйыл дүрт мең подъезды ремонтлау ҡаралған, алдағы йылдарҙа ла был эш дауам итәсәк. Әле тиҫтәләрсә йыл ремонт күрмәгән подъездарҙы ремонтлау эшенең ҡыҙған мәле.
Фото: "Бәйләнешә" социаль селтәрҙән.