Башҡортостанда “Янғантау” геопаркы биләмәһендәге Әй йылғаһы буйында уҡыусы балалар һөйәк тапҡан. Салауат районы уҡыусылары Егор Федоров, Роман Гладких, Ян Бурылов үҙҙәрен ысын археолог итеп тойғандыр, моғайын, сөнки табыштары мамонттың сираҡ һөйәге булып сыҡҡан. Уны геопарктың палеонтология коллекцияһына тапшырғандар.