Бөгөн “Башавтотранс” яңы автобустар алды. 102 автобустың 60-ы бәләкәй, ә ҡалғандары урта класлы автобустар. Улар ҡала-ара һәм ҡала яны маршруттарында йөрөйәсәк.
Быға тиклем предприятиеға 136 транспорт сараһы тапшырылғайны инде. Йыл аҙағына тиклем улар тағы 500-ҙән ашыу өр-яңы автобус аласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика етәскһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса, республиканың барлыҡ муниципаль берәмектәре 1 сентябргә тиклем Өфө ҡалаһы менән транспорт бәйләнеше булдырырға тейеш. “Башавтотранс”тың автобус парктарын яңыртыу баш ҡала менән барлыҡ район үҙәктәрен бәйләүсе автобус маршруттары булдырыу мөмкинлеге биргәйне. 10 августан алып ҡына 14 маршрут тергеҙелде.
Ә сентябрҙән берҙәм республика түләү системаһын һәм “Алға” транспорт картыһын индереү буйынса пилот проекты сиктәрендә бер сәғәтлек күсеп ултырыу тарифы индереләсәк. Уның шарттарына ярашлы, “Башавтотранс” пассажиры бер сәғәт эсендә льготалы шарттар менән предприятиеның икенсе автобусында йөрөй аласаҡ. Беренсе йөрөү тулы тариф буйынса түләнһә, икенсеһе бер сәғәт эсендә бушлай.