Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2019, 10:57

Бер үҙе 15-ен дә иҙгән!

Эҙемтәләрҙе бөтөрөүҙә иллегә яҡын кеше һәм 15 берәмек техника ҡатнаша.

Фото: "Севастопольская газета"
Фото: "Севастопольская газета"
Севастополь ҡалаһында текә үрҙән төшкәндә сүп-сар ташыу машинаһы юлдағы 15 автомобилде үҙе менән эләктергән. Шаһиттарҙың әйтеүенсә, машинаның тормозы эшләмәгән.
Ваҡиға урынына янғын һүндереүселәр, оператив төркөм, ике ашығыс ярҙам бригадаһы, Эске эштәр министрлығының махсус отряды шунда уҡ килеп етә. Эҙемтәләрҙе бөтөрөүҙә иллегә яҡын кеше һәм 15 берәмек техника ҡатнаша. Бәхеткә ҡаршы, һәләк булыусылар юҡ. Газ торбаһына зарар килтерелгән, юлда үткеһеҙ тығындар барлыҡҡа килгән. Тикшереү эше һаман да дауам итә.
Читайте нас: