Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2019, 22:06

Блогерҙы ни өсөн үлтергәндәре асыҡланды

"Руслан миңә бәйләнде", – тип хәбәр һала ҡыҙ танышына...

Фото: "Башинформ".
Фото: "Башинформ".
Бөгөн Өфөлә 36 йәшлек блогерҙың үле кәүҙәһе табылғаны тураһында хәбәр иткәйнек. Уны кемдер ҡуртымға алынған фатирҙа туҡмап үлтергән.
Әле был эшкә асыҡлыҡтар индерелде. Үлтереүгә Русландың 27 йәшлек элекке хеҙмәттәш ҡыҙының һәм 35 йәшлек Бәләбәй кешеһенең ҡыҫылышы бар. Улар иргә ҡунаҡҡа килә һәм эсеп, күңел асып алғас, йоҡларға ята. Шул саҡ ҡыҙ танышына: “Руслан миңә бәйләнде”, – тип хәбәр һала. Ошо сәбәпле ирҙәр араһында талаш сыға. Русланды ныҡ итеп туҡмап ташлайҙар.
Иҫһеҙ ятҡан йорт хужаһының 100 мең һумлыҡ ноутбугын, телефонын һәм башҡа әйберҙәрен алып ҡасалар. Руслан алған йәрәхәттәренән йән бирә.
Оперативниктар енәйәтселәрҙе Өфө районының Алексеевка ауылындағы бер йортта тота. Ҡайһы бер әйберҙәре лә табыла. Әйткәндәй, ноутбугын урындағы ломбардҡа ни бары 16 мең һумға тапшыралар. Ысын хаҡын белмәгәндәр, күрәһең.
Яңылышлыҡ менән кеше үлтереү һәм урлашыу статьялары буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Тикшереү дауам итә.
Читайте нас: