Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2019, 17:27

Туй көнөндә йығылып... ҡатынын онотҡан

Шулай ҙа була икән...

Фото: mail.ru
Фото: mail.ru

Туй көнө... Хәтерҙә мәңгегә ҡала торған ваҡиғаларҙың береһе. Һәр хәлдә, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн. Ирең был тантаналы көндө бер нисә йылдан онотмаҫ тигән гарантия биреп булмай, уның ҡасан булғанын да иҫләмәүселәр байтаҡ бит.
Ә бына Шотландиялағы бер ир ҡатынын туй көнөндә үк онотҡан. Ошо урында хәл ҡыҙыҡ түгел, ҡыҙғаныс төҫ ала. Яңы ғына өйләнгән Крис Мэллон туйға төшкән бүләктәрҙе номерына алып менеп барғанда, отелдең баҫҡысына тайып йығыла һәм тәгәрәп китә. Ул 3,7 метр бейеклектән ҡолап төшә. Бик етди йәрәхәттәр ала: баш һөйәге, арҡа һөйәге, ҡулдары, елкәһе һына, шулай уҡ йөрәге һәм үпкәһе зыян күрә. Ир туғыҙ көн реанимацияла ята. Инде үҙенә килгәс, уның өлөшләтә хәтере юғалыуы асыҡлана.
– Ул үҙенә килгәндә мин янында инем. Тик ул бик уңайһыҙланды, мине таныманы ла, өйләнгән икәнебеҙҙе лә хәтерләмәй ине, – тип һөйләй уның йәш кәләше Аврил.
Тик беҙ беләбеҙ бит, мөхәббәт мөғжизә тыуҙыра. Аврил туй мәлендә тәүге бейеүҙәрен бейегән көйҙө йырлай башлай һәм ир йырҙы дауам итә... Яйлап хәтере лә әйләнеп ҡайта.

Тағын бер нисә аҙна дауаханала ятҡас, ир һауығып өйөнә, йәш кәләше янына әйләнеп ҡайта. Һаулығы менән проблемалары күп шулай ҙа: уның һул ҡолағы ишетмәй, еҫ һиҙмәй һәм аҙыҡ тәмен тоймай икән. Иң мөһиме – иҫән.
... Ә һеҙ ирегеҙгә ниндәйҙер датаны онотһа үпкәләйһегеҙме?

Читайте нас: