Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2019, 16:33

“Ябай кеше бер нәмә лә аңламаясаҡ”

– Ул кем өсөн кәрәк һуң? – Беҙҙең гәзит уҡыусылар, йәғни ябай кешеләр өсөн.

Автор фотоһы.
Автор фотоһы.

– Был проблемалар нимәне аңлата? – тип, бер ғалимгә “Теоретик һәм прикладлы механиканың фундаменталь проблемалары” тигән исемгә күрһәтәм.

Ул аңламайыраҡ торҙо:

– Нисек инде нимәне? Һәр проблема бер ҙур йүнәлеште һәм ҡатмарлы эшмәкәрлекте күҙ уңында тота.

– Мәҫәлән?

– Ул кем өсөн кәрәк һуң?

– Беҙҙең гәзит уҡыусылар, йәғни ябай кешеләр өсөн.

– Юҡ, ябай кеше мин һөйләгәндән бер нәмә лә аңламаясаҡ, ғәфү итегеҙ... – Мәскәү ғалимы тиҙ генә китеп тә барҙы.

Теоретик һәм прикладлы механиканың фундаменталь проблемалары буйынса ХII Бөтә Рәсәй съезы минең өсөн шулай башланып китте. Эйе, бындағы проблемалар тураһындағы сығыштарҙы тыңлау һәм төшөнөү өсөн күпмелер әҙерлек кәрәк ине. Мәҫәлән, элек Башҡортостанда эшләгән академик Роберт Ниғмәтуллин һыу күбектәренең шартлауы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән энергия мәсьәләһе менән күптәнән бирле шөғөлләнә. Был съезда ла ул көн тәртибенә индерелгәйне. Был энергияны тормошта нисек ҡулланырға мөмкин? Быны белгестәр ҙә асыҡ һәм аңлайышлы итеп төшөндөрә алманы.

– Мин байтаҡ йылдар инде диффузия күренешен өйрәнеү менән шөғөлләнәм, – тине икенсе бер Мәскәү ғалимы Сергей Земский. – Ғәмәли тормошта нисек ҡулланыламы? Был күренеште өйрәнеү төрлө конструкцияларҙың ныҡлығын арттырыу серҙәрен белергә ярҙам итәсәк.

– Был съезда ҡараласаҡ темалар минең өсөн ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс, – тип йылмая бер йәш ҡыҙыҡай.

– Физмат студенты, ахырыһы...

– Эйе. Беләһегеҙме, физика ярҙамында бөтә нәмәне аңларға мөмкин. Мин “конкретика” яратам. Әгәр ҙә физика булмаһа, әле беҙ баҫып торған “Торатау” конгресс-холы ла, беҙ кейгән кейемдәр ҙә булмаҫ ине, ҡулығыҙҙағы смартфон тураһында әйтеп тә тораһы түгел...
Читайте нас: