Салауат ҡалаһында шәхси эшҡыуар йәштәр араһында популяр булған квест уйынын ойошторған. Унда “Көҙгөләр” бүлмәһе айырыуса ҡурҡыныслығы менән айырылып торған. Янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре лә үтәлмәгән, бынан тыш, балаларҙың һаулығына, психикаһына зыян килтерерлек мәғлүмәт, ҡурҡыныс һындар ҡулланылған.
Иң хәүефлеһе - “Көҙгөләр” квесында башы-аяғы туралған кәүҙә, ҡан таптары имитациялары ҡулланылған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, унда бәлиғ булмағандарҙы ла индергәндәр.
Был квест уйыны менән прокуратура ҡыҙыҡһынған һәм тикшереү башлаған. Бөтәһе 90 тәртип боҙоу осрағы асыҡланған, туғыҙ административ эш асылған, бер яуаплы кешегә иҫкәртеү яһалған.