Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Август 2019, 19:15

Донъя ауыр, ләкин матур!

ХХ быуаттың 60-сы йылдарында була был ваҡиға. Фәдистең әсәһе менән атаһы сирләп бер-бер артлы вафат була. Малай өйҙә бер үҙе ҡала. Ун ике йәшлек үҫмергә был донъяла нисек йәшәргә?

ХХ быуаттың 60-сы йылдарында була был ваҡиға. Фәдистең әсәһе менән атаһы сирләп бер-бер артлы вафат була. Малай өйҙә бер үҙе ҡала. Ун ике йәшлек үҫмергә был донъяла нисек йәшәргә? Туған-тыумасаһы, сыбыҡ остары бергә йыйылып, Фәдисте 18 йәшлек Йәмиләгә димләп өйләндерә.


Ҡатыны ла, бер үк ваҡытта әсәһе лә булыр, тиҙәр. Ләкин донъя тиҙ генә яйға һалынып китмәй. Фәдис малай­ҙар менән бергә урамда туп тибә, ағас атҡа атланып, атта саба. Йәш килен Йәмилә өйҙә бойоғоп ултыра.


Бер ай самаһы уҙғас, Йәмилә: “Юҡ, мин был малай менән йәшәй алмайым”, – тип өйөнә ҡайтып китә. Ләкин атаһы: “Кейәүгә сыҡҡанһың икән, таш булып бат, кире ҡайтаһы булма”, – тип, Йәмиләне атҡа ултыртып, кире илтеп ҡуя.


Ауыл ҡарттары, эштең нимәлә икәнен самалап, бергә йыйыла ла Фәдискә нисек йәшәргә кәрәклеген бик яҡшылап аңлата.

Шул көндән башлап эш яйға һалынып китә. Фәдис менән Йәмиләнең бер-бер артлы өс ҡыҙы, бер улы тыуа. Хәҙер инде йәш кәләш тә һис тә кире ҡайтып китергә уйламай, атаһы әйтмешләй, таш булып бата.


Фәдис ауыл көтөүсеһе булып эш­ләй башлай. Ул тырыш ир-егет булып сы­ға, үҙен иртә таңда һәм кис кенә күрә­ләр, һәр ваҡыт эштә. Ҡатынына һө­йөк­лө ир, балаларына яҡшы атай була. Йәмилә бәпәйҙәрҙе үҫтерә, си­геү­ле алъяпҡыстар бәйләп, тәмле аш­тар бешереп, һөйөклө ирен ҡаршы ала.


Тормош әкренләп яйлана. Фәдис­кә ун ике йәшенән ғаилә башлығы ла, һөйөклө ир ҙә, дүрт бала атаһы ла, тормоштоң ауыр йөгөн тартҡан ир-уҙаман да булырға тура килә. Эйе, яҙмыштарҙан уҙмыш юҡ. Донъя ауыр, ләкин матур. Ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, һынмайынса, бө­гөлмәйенсә, тырышып-тырмашып йәшәгәндәр был донъяла үҙ бәхетен таба.


Йәрмәкәй районы.
Читайте нас: