Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Август 2019, 16:30

Телефоны шартлап, күҙһеҙ ҡалған

Дөрөҫөн генә әйтегеҙ әле, һеҙ телефон менән көнөнә нисә сәғәт файҙаланаһығыҙ? Уның менән уянып, төнөн тотоп йоҡлап киткән кешеләр байтаҡ бит. Ә бына шул телефондың әле тегендә, әле бында шартлап, кешеләрҙең йәрәхәтләнеүе, хатта үлеүе тураһындағы хәбәрҙәр йышайҙы.

Дөрөҫөн генә әйтегеҙ әле, һеҙ телефон менән көнөнә нисә сәғәт файҙаланаһығыҙ? Уның менән уянып, төнөн тотоп йоҡлап киткән кешеләр байтаҡ бит.


Ә бына шул телефондың әле тегендә, әле бында шартлап, кешеләрҙең йәрәхәтләнеүе, хатта үлеүе тураһындағы хәбәрҙәр йышайҙы.


Сираттағы хәл Белгород өлкәһендә була. Ысын мәғәнәһендә телефон “ҡолона” әүерелгән йәш ҡыҙ уны һәр ваҡыт янына һалып йоҡлаған. Ә бәлә булған көндө бик эҫе була. Ҡыҙ телефонын зарядкаға тоташтыра һәм мендәр аҫтына тығып йоҡларға ята. Һөҙөмтәлә, ныҡ ҡыҙған смартфон шартлай. Ҡыҙ күҙһеҙ ҡала, әле ул дауаханала.


Йәмәғәт, әйҙәгеҙ шул телефондарҙан әҙерәк арынайыҡ әле. Исмаһам, йоҡларға ятҡанда янығыҙға алмағыҙ. Бының мейегә лә хәүефе бар тиҙәр бит. Тынысыраҡ та, һауыраҡ та булырбыҙ.


Фото: autogear.ru
Читайте нас: