Иҫерек ханым шулай тип уйланымы икән? Быйыл ҡыш 57 йәшлек бер ҡатын ярайһы ғына эсеп ала ла тиреһенә һыймай тышҡа сығып китә. Тик бында ла күңеленә һиллек таба алмай, күрәһең. Туҡталҡала ултырған машиналар янына килә лә уларҙы тимер асҡысы менән һыҙғылай башлай. Уның ҡулынан 13 ватан һәм сит ил маркалы автомобиль зыян күрә.
Ҡатын белдереүенсә, улар уның “нервыһына” тейә. Кем белә, машиналарҙы һыҙғылап сыҡҡас, ханым, бәлки, тынысланғандыр. Тик бына был ҡылығы дөйөм алғанда 195 мең һумлыҡ зыян килтерә. Һәр машина хужаһы биш меңдән 33 мең һумғаса ремонт эшләтергә мәжбүр була.
Әле енәйәт эше тикшереп бөтөлгән, ул судҡа ебәрелгән. Әйткәндәй, ҡатын үҙенең ғәйебен таныған. Нервыларын тынысландырыу өсөн ниндәй яза көтә икән уны?