Йөрәгендә барҙың беләгендә лә бар.
Күптәрҙе һоҡландырырлыҡ итеп донъя көткән Фиәгөл менән Илшат Ибраһимовтар хаҡында күптән яҙырға ниәтләһәк тә, ни өсөндөр яйы сыҡманы. Был юлы иһә Сапыҡ ауылына килеүен-килгәс, уларға һуғылмай китмәйек тип, “тимер ат”ыбыҙҙы уларҙың урамына борҙоҡ. Ҡыуанысҡа күрә, хужабикә өйҙә ине. Халҡыбыҙға хас ҡунаҡсыллыҡ күрһәтеп, асыҡ йөҙ менән әйҙүкләп ҡаршы алды ул беҙҙе.
Ауыл ерендә етеш йәшәйем, башҡаларҙан кәм-хур булмайым тиһәң, бал ҡортондай егәрле булырға кәрәк – был хәҡиҡәтте һәр кем яҡшы белә. Сапыҡ ауылында донъяға килгән Илшаттың да, Сәйетҡол ауылы һылыуы Фиәгөлдөң дә бала сағы, үҫмер йылдары эш араһында ҡайнап үткән. Хәйер, совет осоронда буй еткергән балаларҙың ҡайһыһына уйынға әүрәп кенә үҫергә яҙҙы икән? Һыу ташыу, баҡса утау, утын ярыу, уны өйөү, мал ҡарау – былары инде малай-ҡыҙҙар елкәһенә өйөлгән һәм мәңге бөтмәҫтәй тойолған мең төрлө мәшәҡәттәрҙең бер өлөшө генә. Шуныһы яҡшы: уҡып та, уйнап та, атай-әсәйҙәренә ярҙам итеп тә өлгөргән быуын вәкилдәре, аҙаҡ үҙҙәре донъя көтә башлағас, тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, аяғында ныҡ баҫып тора.
1971 йылда Миңниә менән Мөхтәр Ибраһимовтарҙың ишле ғаиләһендә тыуған Илшат та, башҡа тиҫтерҙәре һәм туғандары кеүек, уҡыуҙан буш ваҡытында мал ҡарап, утын ярып, бесән эшләп, уның араһында совхозда эшләгән ата-әсәһенә төп эштәрендә ярҙам итеп үҫә. Һөнәр һайлар мәл еткәс, ике уйлап тормай, механизатор булырға ҡарар итә. Бәхеткә күрә, әллә ҡайҙа ситкә китергә лә кәрәкмәй – көньяҡ райондарҙы ауыл хужалығы кадрҙары менән тәьмин иткән Мораҡ һөнәрселек училищеһы ауылдан бер нисә саҡрымда ғына ята.
Уңғанлығы, иплелеге менән дан алған Фиәгөл дә, ата-әсәһе – береһе шофер, икенсеһе һауынсы булған Урал ағай менән Миңлегөл апай көнө-төнө эштә йөрөгәс, бәләкәйҙән эш йүнен белеп үҫә. Әйткәндәй, ул да Мораҡ һөнәрселек училищеһын тамамлаған.
Һөйгәнең менән ҡыуышта ла ожмах
Хәҙер нисектер, ә бына уҙған быуат аҙаҡтарында йәштәр күрше ауылдарға киске уйындарға йөрөй. Һөҙөмтәлә бихисап парҙар табышып, ҡауышып, яңы ғаиләләр барлыҡҡа килә торғайны. Аралары ҡул һуҙымындай ғына булған Сапыҡ менән Сәйетҡол ауылдары араһында ла күҙәтелә был матур күренеш. Киске уйында табышып ҡауышҡан һәм Сәйетҡол – Сапыҡ араһын нығытҡан, туғанлаштырған нисәнсе парҙыр Фиәгөл менән Илшат – бер Хоҙай ғына белә...
Шулай тиҙәр ҙә ул, әммә ҡыуышты ла ҡорорға кәрәк бит әле. Ғаиләле булғанға тиклем үк Илшат өйлөк бураһын күтәртеп, башын ябып ултыртҡан була. Әммә башҡа мәшәҡәттәре бихисап була әле. Йәштәр, гөрләтеп туй үткәргәндән һуң, тиҙерәк үҙ ояларын булдырыу өсөн ең һыҙғанып эшкә тотона.
Ғаилә башлығы көндөҙ совхоз эшендә йөрөгәс, йорт һалыу төндә дауам итә. Күршеләре ҡараңғыла туҡылдаған, ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, йышҡан, бысҡан Фиәгөл менән Илшатҡа: “Төнө буйы доңҡолдап, йоҡларға бирмәйһегеҙ”, – тип шаяртһа ла, аптырап та, һоҡланып та ҡарай. Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тигәндәй, тырышлыҡтары бушҡа китмәй – өс-дүрт ай эсендә өйлө лә булалар.
Донъя йөгө икәү тартҡанда еңел...
90-сы йылдар аҙағы тарихҡа ҡытлыҡ осоро булып инде: тәүҙә магазин кәштәләре буш булыуы үҙәккә үтә, аҙаҡ аҡса юҡлыҡ, күп ерҙә эш хаҡы түләмәү, уны тотҡарлау йәки бөтөнләй әйберләтә түләү ғәҙәти күренеш булды. Яңы ғаилә ҡорған Ибраһимовтарҙы ла урап уҙмай аҡсаһыҙлыҡ. Шулай ҙа өйҙәренә төкәтмә төҙөп, ҙурайтыу уйынан кире дүнмәйҙәр.
Маҡсаттарына өлгәшеү өсөн бар тырышлығын һала улар: өс-дүрт һыйыр аҫрайҙар, Сапыҡта ғына түгел, Сәйетҡолда ла баҡса тултырып картуф, ҡабаҡ ултырталар. Һыйыр ағы, картуф, йәшелсә, еләк-емеш һатыуҙан килгән аҡсаның һәр тинен төҙөлөшкә һалалар.
Йәшәйеш ҡанундары шуны күрһәтә: донъя йөгөн икәү бергә тартһа ғына, тормош көйлө бара. Ибраһимовтар ҙа һәр эште бергәләп башҡарырға күнеккән, шуға ла донъялары ҡотло, нурлы, баҡсаларының, кәртә-ҡураларының төҙөклөгө хужаларҙың егәрле булыуы хаҡында әллә ҡайҙан ҡысҡырып торғандай. Тип-тигеҙ генә ихаталарына йәшел келәм түшәп ҡуйғандармы ни: күпереп үҫкән бәпкә үләне өҫтөндә сүп түгел, хатта ҡаурый ҙа тапмаҫһың! Ҡасан өлгөрәләрҙер: картуф, йәшелсә, еләк-емеш баҡсаһында ла сүп үләне юҡ. Өй алдында иһә ниндәй генә сәскәләр үҫмәй, ҡыҙыҡ өсөн һанап ҡараһаҡ та, осона сыға алманыҡ – хужабикә ҡайҙа ғына барһа ла яңы төрҙәрен алып ҡайтырға күнеккән. Уларҙы баҡсала урынлаштырыу ҙа үҙе бер сәнғәт икән: аллы-гөллө сәскәләр тырым-тырағай түгел, һәр ҡайһыһы йә газонға, йә тәгәрмәстәргә, йә таштан яһалған таусыҡтарға ултыртылған. Ҡарап торһаң, үҙе бер тамаша! Барлыҡ был матурлыҡты Фиәгөлдөң егәрле ҡулдары тыуҙырған. Тимерҙән семәрләп эшләнгән ҡапҡа-ҡоймалар иһә – Илшаттың ижад емеше. Булдыҡлы хужа һәр биҙәкте үҙе уйлап тапҡан һәм тимерҙән иретеп йәбештергән, һөҙөмтәһе иһә күҙҙең яуын алырлыҡ!
Һәр замандың үҙ ауырлығы булған кеүек, әлеге осор ҙа шыма ғына бармай: ауылдарҙа эш урындары юҡлығы күптәрҙең бәкәленә һуға. “Исем” совхозында механизатор булған һәм аҙаҡ эшһеҙ ҡалған Илшат та ғаиләһенең матди яғын хәстәрләү өсөн сит тарафтарға юлланған. 2005 йылда Өфө ҡалаһында экскаваторсыға уҡып сығыуы ярап ҡала – был һөнәре тиҙ арала эшкә урынлашырға ярҙам итә. Ямал ярымутрауы, вахта менән эшләүселәрҙең Сабетта, Варандей ҡасабалары, һалҡын ҡотоптоң башҡа тарафтары...
Ғаиләләренән айырылып, айҙар буйы ситтә йөрөгән милләттәштәребеҙ хаҡында уйланғанда ирекһеҙҙән ата-бабаларыбыҙҙың әсе яҙмышын сағылдырған “Азамат” йырының “Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы” тигән юлдар хәтергә килә. Балаларының теле асылыуы, беренсе тапҡыр мәктәпкә барыуы һәм башҡалар – күпме ғаилә шатлығынан мәхрүм ҡала улар! Ирҙәрен тыны менән тартып алырҙай булып һағынып көтөп алған, ут йотоп оҙатып ҡалған ҡатындары һуң! Барлыҡ был кисерештәрҙе Ибраһимовтар үҙ йөрәге аша үткәргән. Айырыуса ғаилә башлығының вахтаһы яртышар йылға һуҙылған тәүге осорҙа ауырға тура килә. Шулай ҙа барыһын да йырып сыға йәш ҡатын: һарай тулы малды ла, йәш ярымлыҡ улы менән мәктәп йәшенә лә етмәгән ҡыҙын ҡарарға ла, донъяһын гөлдәй итеп тоторға ла өлгөрә. Хәҙер, балалары ныҡлы ҡул араһына ингәс һәм Илшат та ай ярымлыҡ вахтаға күскәс, хәлдәр бер аҙ еңеләйә төшкән... Шулай ҙа үҙебеҙҙә эш урындары булһа, күпкә яҡшыраҡ булыр ине, ти улар.
Ғаиләне йыш ҡына ҡәлғә менән дә, тыл менән дә сағыштыралар. Ысынлап та, бер-береһенә ныҡлы терәк булмаһа, ир менән ҡатындың бәхеткә өлгәшеүе икеле. Йылдың ҡап яртыһын бер-береһенән айырым уҙғарырға мәжбүр булһалар ҙа, Илшат менән Фиәгөл йәшлек хистәрен һис сайпылдырмай һаҡлап ҡалған, бер-береһен тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләргә өйрәнгән. Ололарға ихтирам менән ҡарау, кеселәргә кеселекле булыу – үҙҙәренә хас был сифатты ҡыҙҙары – Башҡорт дәүләт университетының өсөнсө курсын тамамлаған Гөлфиәгә лә, улдары, быйыл 9-сы класҡа күскән Динарға ла бәләкәйҙән һеңдереп үҫтерә улар. Ике яҡ туғандарға берҙәй ихтирам менән ҡарау ҙа уларҙың ҡанына һеңгән.
Килендәре өсөн өҙөлөп торған һәм уларҙың татыу булыуына һөйөнөсөн йәшермәгән Миңниә инәйҙең шаяртыу ҡатыш әйткән һүҙҙәрендә лә хаҡлыҡ барҙыр.
– Килендәрем сәскә исемдәрен йөрөтә – ике Лилиә, Роза, Фиәгөл. Шуға үҙҙәре лә сәскә кеүек! – ти ул.
– Урамыбыҙҙың исеме рәсми телдә Яр буйы тип аталһа ла, ситтә урынлашҡанғалыр инде, халыҡ уны ябай ғына итеп “Оторвановка” ти ҙә ҡуя. Бер яҡ ситтә булһа ла, күңелгә шул тиклем яҡын ул!
Килен булып төшкән еремә таштай баттым: ошо йылдар эсендә тыуған еремдәй яҡынға әйләнде Сапыҡ. Үҙаллы тормош көтә башлағас, өлгө алырлыҡ кешеләр күп булды. Урамыбыҙға йәм-ҡот өҫтәгән инәйҙәрҙе әле булһа һағынам. Күптәре мәрхүм инде... Инәйҙәр йәшерәк саҡтарында шул тиклем дәртле булды, береһенә ҡунаҡ килһә, икенсеһе мотлаҡ сәйгә саҡырып алыр ине, үҙ-ара татыу булып аралашып йәшәне, үҙҙәренең матур булмыштары, ҡылыҡтары менән йәштәргә тормош һабаҡтары бирҙе. Ғөмүмән, ауылыбыҙҙа яҡшы күңелле кешеләр йәшәй, мәсеткә йома намаҙына бергә йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙарҙы ла шундайҙар рәтенә индерер инем.
Бына шул ауылдаштарыбыҙға ҡарап, уларҙан үрнәк алып, йәшәп ятабыҙ инде. Ауылда эш етәрлек. Әүәлгесә мал, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ, баҡса сәсәбеҙ. Кәрәкле техникабыҙ булғас, бесән эшләү ҙә артыҡ ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Иң мөһиме – бесән ваҡытының Илшаттың ялына тура килеүе кәрәк. Атай-әсәйем дә хәҙер олоғайҙы, улым менән тиҙ генә барып, уларға ярҙам итеп килергә лә өлгөрәбеҙ. Тыуған ерҙә төпләнеүебеҙгә үкенмәйбеҙ, тырышһаң, ауылда ла бына тигән итеп йәшәргә була, – ти Фиәгөл.
...Уртаҡ уйҙар, уртаҡ маҡсаттар берләштерә Ибраһимовтарҙы. Шуға ла бәхет тигән ҡунаҡ уларҙың өй түрендә урын алған. Ниндәй генә эшкә тотонһалар ҙа, тәүҙә кәңәшләшеп, төрлө яҡлап уйлап эш итәләр.
Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап торған, бер эштән дә ҡурҡмаған Фиәгөл менән Илшаттың тырышлығы, бөтмөрлөгө һоҡландыра. Йөрәгендә булғандың беләгендә бар, тип боронғолар белмәй әйтмәгән.