Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Август 2019, 16:41

“Белһәм – үлтерәм”! Һәм шулай итә лә...

Урындағы дауахананың баш табибы, депутат А.З.-ның ҡатынын атып үлтереүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Әле был хәлгә бер ни тиклем аныҡлыҡ индерелде.

Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән
Урындағы дауахананың баш табибы, депутат А.З.-ның ҡатынын атып үлтереүе тураһында хәбәр иткәйнек инде. Әле был хәлгә бер ни тиклем аныҡлыҡ индерелде.
Силәбе өлкәһенең Локомотивный ҡасабаһында йәшәгән ир ҡатынына ике мәртәбә ата. Бер пуля уның ботона тейә, икенсеһе – яурынына.
Ғаиләнең таныштары белдереүенсә, 51 йәшлек ирҙең ҡатыны Лена унан 17 йәшкә кесерәк була. Ғаиләлә өс бала үҫә. Тап шул балалар ҡанлы алыштың шаһиттарына әүерелә.
– А. һәр яҡлап та ыңғай кеше ине. Уның тураһында насар бер нимә лә әйтә алмайым. Депутат, баш табип... Унан быны бер кем дә көтмәгәндер, – ти ғаиләнең таныштары.
Шулай ҙа һуңғы арала ирле-ҡатынлының араһы бер ни тиклем һыуына. Зарипов ҡатынын хыянат итә тип уйлай. Уға шаяртып ҡына, “белһәм – үлтерәм” тип тә әйтә.
– Ул Лена артынан күҙәтеү өсөн кешеләр ҙә яллаған тиҙәр, тик улары бер нимә лә асыҡлай алмаған, – ти таныштары.
Ҡурҡыныс төндә улар араһында ғауға ҡуба. Сәбәбе – көнләшеү. Шул мәлдә ҡатын иренә айырылышырға тәҡдим итә. Был һуңғы тамсы була, күрәһең. Балыҡсы, һунарсы ир мылтығын алып Ленаға атып та ебәрә.
Атаһы әсәһен үлтергән мәлдә балалары бик ныҡ ҡысҡырышҡан, илашҡан, тиҙәр. Тик күҙенә аҡ-ҡара күренмәгән ирҙе был ғына туҡтатмаған шул. Ирҙе ҡулға алған саҡта ул шыр иҫерек булған. Әле уға ҡарата енәйәт эше асылған.
Әсәй – ер ҡуйынында, атай – төрмәлә. Етем ҡалған балалар ни эшләр?
Читайте нас: