Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Август 2019, 21:38

Ейәнен һыуға батырған...

Аяныслы: олатай кеше, аҙаҡ асыҡланыуынса, иҫерек була.

Фото: vk.com
Фото: vk.com
Үкенесле, күп кенә осраҡта балалар ата-әсәһенең, туғандарының ғәмһеҙлеге, йә булмаһа иғтибарһыҙлығынан һәләк була. Ә бына Алтай крайында...
Комсомольск ауылынан олатай кеше ете йәшлек ейәне менән йылға буйына килә. Баланы оҫта йөҙөргә өйрәтергә теләй ул. Бының өсөн ир кеше ейәнен биленән арҡан менән кәмәгә бәйләп, һыуға ырғыта. Тик аңғармаҫтан кәмә түңкәрелә, ә йөҙә белмәгән малай бата башлай. Оло кеше баланы һыуҙан ваҡытында сығарып өлгөрмәй...
Олатайға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылып, ул һаҡ аҫтына алынған, фажиғә сәбәптәре асыҡлана. Аяныслы: олатай кеше, аҙаҡ асыҡланыуынса, иҫерек була.
Читайте нас: