Экскурсия мәлендә “Арт-квадрат” проекты етәксеһе Рим Бикмәев үҙенең идеяһы менән таныштырҙы. Уның буйынса, Мостай Кәрим урамынан сығыу юлы эшләргә һәм был тирәлә автомобиль хәрәкәтен бөтөрөргә мөмкин. Урамдың ҡаршы яғында Хәкимов мәсете төҙөлә, уның янында сквер урынлашасаҡ. Артабан йәйәүле юл арка аша Карл Маркс урамына сығасаҡ, унан – Гоголь урамындағы филармонияға. Бының өсөн ҡамасау булған иҫке бина емерелергә тейеш.