Туй туй инде ул, ниндәй генә мәҙәк, көлкөлө хәлдәр булмай йәштәр тантанаһында!
Парҙар өсөн махсус эшләнгән ҙур-ҙур күркәм торттарҙы бүлеү йолаһын атҡарыуы анһат түгел йәштәргә. Һәр хәлдә, Британияның гүзәл пары был көндө онотмаҫ.
Хлоя менән Аарондың өс ҡатлы кулинария мөғжизәһе янына яҡынлашыуы була, 550 долларлыҡ торт өҫтәлдән шыуып төшөп тә китә. Тәүҙә бөтәһе лә ҡатып ҡала, әммә аҙаҡ көлә башлайҙар. Ҡунаҡтар аптырап тормай, иҙәндәге ризыҡтың “иҫән” ҡалған өлөшөнән барыһы ла ауыҙ итә.
Шуныһы ҡыҙыҡ, туйҙағы фотограф бөтә эпизодтарҙы ла төшөрөп өлгөрә һәм социаль селтәрҙәрҙә тарата. Йәштәрҙе законлы никахы менән ҡотлаусылар йәнә арта.