Британияла йәшәгән Шейла Флорис үҙенең тәрбиәләнеүсеһе Томмиҙың 121 йәшен билдәләне. Бөгөн был йорт хайуаны – донъяла иң ҡарты.
Ташбаҡа 1898 йылда тыуған. 11 йәшлек булғас, әлеге хужабикәһе Шейланың өләсәһе уны бер фунтҡа һатып ала. Ташбаҡа ике донъя һуғышын һәм алты Британия королен кисергән.
Әлеге хужабикәһенә – 62 йәш. Ул Томмиҙың оҙаҡ йәшәү серен асҡан. Ташбаҡаның диетаһы баҡсала үҫкән сүп үләндәренән торған, оҙаҡ йоҡларға яратҡан. Әле лә ул яртышар йыл йоҡлай, апрель башында ғына уяна. Иң мөһиме – хужаларҙың хәстәрлеге һәм һөйөүе.