Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Август 2019, 22:41

Мэр бысраҡтан ҡурҡмай...

Сос кешеләр чиновниктың соҡор-саҡырлы урамдағы күләүеккә йығылғанын видеоға төшөрөп тә һалды.

Фото: delovoibiysk.ru
Фото: delovoibiysk.ru
Социаль селтәрҙәрҙә халыҡ власть әһелдәренең — чиновниктарҙың, мэрҙарҙың, автомобилдәрҙән төшөп, аҙ булһа ла йәйәүләп йөрөүен теләй.
Ул саҡта етәксе күҙенән йәшеренгән күп етешһеҙлектәр асылыр, бәлки, уларҙы йылдамыраҡ бөтөрөү, юлдарҙы, ишек алдарын ремонтлау күпкә йәһәтерәк барыр ине, тип өмөтләнә кешеләр.
Йәйге көндәрҙең береһендә Омск ҡалаһы мэрының күңелһеҙ хәлгә тарыуы хаҡындағы хәбәрҙәр менән интернет тулды. Сос кешеләр чиновниктың Совет округында соҡор-саҡырлы урамдағы күләүеккә йығылғанын видеоға төшөрөп тә һалды. Барыһы ла юл төҙөүселәрҙең яуапһыҙлығы арҡаһында. Округ халҡының йылдар буйы насар юлдарҙан яфаланыуы, ремонт кәрәклеге хаҡында власть әһелдәренә дәғүәләрен еткерә алмай йөҙәгәне билдәле. Моғайын, хәҙер чиновник үҙ тәжрибәһендә халыҡ һүҙенең дөрөҫлөгөнә тамам ышанғандыр.
“Һеҙҙең мэрығыҙ бысраҡтан ҡурҡмай, — тип яуаплаған ул үҙе – мэр Оксана Фадина. — Икенсенән, һабаҡ булды, муниципалитетҡа йорттар янындағы биләмәләр тураһында уйланырға кәрәк”.
Читайте нас: