Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Август 2019, 23:15

“Саҡ икенсе бәпәйебеҙҙе юғалтманыҡ”

Армияла хеҙмәт иткәндә ике аяғын да юғалтҡан десантсы Рөстәм Нәбиевтең ошондай хәбәре сыҡҡас, йөрәк жыу итеп ҡалды...

Фото: Инстаграм.
Фото: Инстаграм.
Күптән түгел армияла хеҙмәт иткәндә ике аяғын да юғалтҡан десантсы Рөстәм Нәбиев, ғаиләбеҙ икенсегә бәпес көтә, тип ҡыуандырғайны. Бөгөн иһә Инстаграмда “Беҙ саҡ икенсе бәпесебеҙҙе юғалтманыҡ” тигән хәбәре сыҡҡас, йөрәк жыу итеп ҡалды. Башына күп бәлә төшкән ғаиләгә ни өсөн тағы бындай һынау, тип уйлап ҡуйырға мәжбүрһең.


Ә хәл былайыраҡ була. Йәй урталарында десантсы ғаиләһе менән ҡатынының ата-әсәһенә ҡунаҡҡа ҡайта. Ауылда тауыҡ сүпләһә лә бөтмәҫ эш булыуын бөтәбеҙ ҙә яҡшы белә бит инде. Индира ла, ауырлымын тип тормай, ярҙамлаша башлай. Тап шул көндә әсәләре яланға сират буйынса көтөү көтөргә китә. Индира бәрәңге баҡсаһын утай, ауыр биҙрәләргә һыу тултырып алып килеп, малдарҙы эсерә. Ә инде төш өлкән ҡыҙҙарын йоҡлатырға тип ятҡас, уның ҡаны китә.


Рөстәм менән Индираның ҡоттары оса, шунда уҡ район дауаханаһына китәләр. Ҡатын тышта яңылыҡ көтөп торған иренә шылтыратып, “эштәр хөрт, мине таҙартасаҡтар” ти һәм илап трубканы һалып ҡуя.


Рөстәмдең ҡото оса. Башында “юҡ, бының беҙҙең менән булыуы мөмкин түгел” тигән уйҙар ҡайнаша.


Һөҙөмтәлә, ысынлап та, барыһы ла яҡшы тамамлана. Табиптар бар көсөн һалып, сабыйҙы һаҡлап ҡала.


“Әле барыһы ла яҡшы, беҙгә 18 аҙна. Бик бәхетлебеҙ” тип тамамлай яҙмаһын Рөстәм.

Көтөп алған сабыйығыҙҙы иҫән-һау йөрөтөп, ҡулығыҙға алырға яҙһын, тип теләйек уларға.
Читайте нас: