Һарытауҙа йәшәгән Александр Ермолаевҡа яралы бесәйҙе ҡотҡарыу өсөн 800 саҡрым юл үтергә тура килгән.
Ростовтағы Дон ҡалаһынан Екатеринбургка Башҡортостандағы М-5 трассаһы аша үткәндә юл буйында машина бәрҙереп киткән бесәй балаһын күрә. “Ямғыр яуа, ул бахырҡай еүеш асфальттан шыуыша. Мин алдағы юл сатына барып етеп, кире бесәй ятҡан ергә ашыҡтым, сөнки уның ҡыуаҡтар араһына инеп юғалыуы бар ине”, — тип һөйләй водитель.
Бесәй балаһы янына килеп ҡараһа, уның башы менән үләнгә ятҡанын, ҡыбырҙап та ҡарамағанын күрә. Үлмәнеме икән, тип башынан һыйпаһа, тегенеһе күҙҙәрен аса. Бесәй балаһының күҙҙәренән ағып төшкән йәштәрҙе күреп, ирҙең күңеле лә йомшара. “Минең бесәйҙәрҙең илағанын бер ҡасан да күргәнем булманы”, — тип аптырай ул.
Йән эйәһенең тәпәйе һынғанын, тиреһе һыҙырылғанын күреп, уны үҙенең кабинаһына ала. Дерелдәгән бесәй балаһын йылытыу өсөн мейесен ҡабыҙа. Ҡатынына шылтыратып, яҡында ниндәй ветеринария клиникаһы барлығын белешергә ҡуша. Уныһы интернет аша Языковола шундай клиника булыуын хәбәр итә, әммә унда бесәйгә ярҙам күрһәтә алмайҙар. Һөҙөмтәлә бесәйҙе Екатеринбургка сәйәхәткә алып китә. Юлда 17 сәғәт барырға тура килә.
Йән эйәһен ҡотҡаралар, әммә бер тәпәйенә ампутация эшләнә. Реабилитация үҙәгендә уға Липтон тип исем ҡушалар. Бесәй балаһын ҡотҡарыу өсөн 800 километр юл үткән Ермолаев, өйөндә шундай уҡ йән эйәһе булыуына ҡарамаҫтан, уны аҙаҡ үҙҙәренә алырға уйлай.