Йәш яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов шәхси сәхифәһендә үҙе шаһит булған хәл тураһында ғәжәпләнеп яҙҙы.
“Башҡортостандың Эске эштәр министрлығында нимә бара ул? Бөгөн күршеләр бер фатирҙан насар еҫ сығыуына зарланды (мәйет булыуы мөмкин). Ә уның хужалары күптән күренгәне юҡ. Полицияға хәбәр иттек. Беҙгә шунда уҡ бөтә ерләү агентлыҡтарынан шылтырата башланылар. 102-нән башҡа берәүгә лә телефон номерын бирмәгәйнем. Башҡортостандағы полицияға шаҡ ҡаттым”, – тигән ул.
Шунда уҡ күптәр үҙҙәренең күргән-белгәне менән бүлешә башлаған. “Минең күршем “Ашығыс ярҙам” саҡырһа, ерләү хеҙмәттәре килгән”, – тигән Дамир Ғәббәсов. Наилә Сәфәрғолова: “Салауатта дуҫым вафат булды. Мин ерләү мәшәҡәттәре менән шөғөлләнә башланым. Табутты алып сыға башлағайнылар, был беҙҙең мәйет, тип ҡысҡырып, беҙҙе подъездан сығармайҙар. Был иртән ине. Иҫем китте! Саҡ-саҡ уларҙан ҡотолдоҡ. Был хәлде полиция һәм “Ашығыс ярҙам”дан башҡа берәү ҙә белмәй ине”.
Тәнзилә Үлмәҫбаева иһә: “Беҙҙең менән дә шундай хәл булды. Яҡындарыбыҙға хәбәр итеп тә өлгөрмәнек, ерләү хеҙмәттәре килеп тә етте. Был шул тиклем ерәнгес күренеш”, – тигән.