Ер аҫты “батшалығы”на сәйәхәт, йәки 480-се ҡатламда.
Шахтерҙарҙың һөнәри байрамы алдынан “Бүребай тау-байыҡтырыу” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең “Көньяҡ” шахта үҙәгендә булып, шахтерҙарҙың эше менән яҡындан танышыу бәхете тейҙе. Хәбәрсе булып эшләү дәүерендә ер аҫты “батшалығы”нда ике тапҡыр булырға тура килгәйне, әммә өсөнсөгә шахтаға төшөүем был һөнәр кешеләренә ҡарата ихтирамымды йәнә бер арттырҙы. Улай ғына түгел, уларҙың рухи ныҡлығына һәм көндәлек көсөргәнеш талап иткән һөнәрҙәренә ҡарата һоҡланыу уятты.
Комбинатҡа байтаҡ йылдар Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рөстәм Аблаев етәкселек итә. Ул килгәндән алып комбинат яңы үҙгәрештәр кисерә, тәжрибә туплаған белгестәр ҡабул ителә, йәштәр эшкә алына. Алдан уҡ шуны әйтеү кәрәк: Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты төбәктә генә түгел, ә тотош ил күләмендә продукцияһының үҙҡиммәте түбән, ә баҡыр концентратының юғары сифатлы булыуы менән айырылып тора.
Октябрь ер аҫты руднигы – “Бүребай тау-байыҡтырыу” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең иң төп тармаҡтарының береһе. Рудник мәғдән сығарыу буйынса ҡуйылған бурыстарҙы уңышлы атҡара.
Комбинаттың сеймал базаһын тәшкил иткән Октябрь ер аҫты ятҡылығында 550 кеше эшләй, шуларҙың 95 проценттан ашыуы – урындағы халыҡ. Эшселәрҙең уртаса йәше – 35, айлыҡ эш хаҡы – 40 меңдән ашыу.
Октябрь ер аҫты руднигы начальнигы Рөстәм Илбәков әйтеүенсә, мәғдән сығарыуҙың йыллыҡ планы 351 мең тоннанан ашыу.
– Быйыл тәүге ярты йыллыҡта руда сығарыу планы 103,8 процентҡа үтәлгән. Шулай уҡ тау-проходкалау эштәре – 118,7, скважиналарҙы быраулау – 118,6 һәм эксплуатациялау разведкаһы буйынса эштәр 103,5 процентҡа үтәлде, – ти Рөстәм Вәлей улы. – Эштәребеҙҙең нисек барыуын үҙегеҙ күреп, танышып сығығыҙ, – тигәс, шунда уҡ ризалаштыҡ.
Был юлы беҙ бер нисә йыл элек кенә сафҡа ингән “Көньяҡ” шахта үҙәгенә юл алдыҡ.
“Көньяҡ” шахта үҙәге – комбинат һәм рудниктың киләсәге, тиергә лә була. Уның сафҡа инеүе киләсәктә Бүребай таусыларына мәғдән сығарыу күләмен йылына 400 мең тоннаға тиклем еткереү бурысын ҡуя. Һуңғы йылдарҙа комбинат етәкселеге тарафынан рудникта технологик процестарҙы яңыртыу әүҙемләшә. Октябрь ер аҫты руднигында һәм “Көньяҡ” шахта үҙәгендә инвестициялау буйынса һәм заманса тау ҡорамалдары һатып алына.
Шахтер икмәгенең тәмен нығыраҡ тойоу, ер аҫты “батшалығы”ндағы хәлдәр менән яҡындан танышыу маҡсатында шахтаға төшөү өсөн иң тәүҙә хеҙмәтте һаҡлау бүлегендә хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж алып, ҡултамғаларыбыҙҙы ҡалдырырға тура килде. Артабан махсус кейемдәр биреү бүлегенә юлландыҡ. Өҫтөбөҙгә йылы махсус кейем, аяғыбыҙға сылғау урап, резина итек кейеп, бейәләйебеҙҙе тотоп, “Ламповая” тип аталған урынға киләбеҙ. Лампасы Елена Мосунова, рөхсәт ҡағыҙын ҡарап, имзаһын ҡуйғас, беҙгә каскаға беркетелгән фонарь һәм үҙ-үҙеңде ҡотҡарыусы махсус ҡоролма биргәс, “шахтерҙарса” әҙерләнеп тә ҡуйҙыҡ. Хәйер, һәр көн эшкә йөрөгән шахтерҙарҙан айырмалы рәүештә, беҙҙең кеүек тәүгә шахтаға төшөүселәр өсөн тап ошо әҙерләнеү ваҡыты иң тулҡынландырғыс һәм иң оҙаҡ тойолғандыр, моғайын.
Шахтаның һәр ҡатламын биш бармағы кеүек белгән Айгиз Бикбовҡа эйәреп, аҫҡа төшөү һәм күтәрелеү өсөн яһалған ҡоролмаға инәбеҙ. Беҙҙе Наил Ғәббәсов менән Салауат Байморатов оҙатып барҙы.
Ошоға тиклем төшкән шахталарҙан айырмалы рәүештә, “Көньяҡ” шахта үҙәге яңы булғанғалыр, күрәһең, һәр ерҙә тәртип һәм заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған. Дөм-ҡараңғы туннелдәрҙә һирәк урында урынлаштырылған махсус лампочка яҡтыртһа ла, аяҡ аҫтындағы дымлы һәм тайғаҡ юлды маңлайға беркетелгән фонарҙар ярҙамында яҡшыраҡ күрергә мөмкин. Стеналарҙан һыуыҡ һауа бәрелә, күңелдә шикләнеү тойғоһо ла юҡ түгел.
“Көньяҡ” шахта үҙәгендә дүрт йүнәлештә эштәр башҡарыла. Беҙ уның иң һуңғы өлөшөнә, йәғни 480-се ҡатламына тиклем төштөк. Ер аҫты “батшалығы”нда күптәр ҡатын-ҡыҙ эшләмәй тип уйлаһа, тәрән яңылыша. Беҙҙең дә тәүге танышҡан эшсебеҙ ҡатын-ҡыҙ булып сыҡты. Тау хеҙмәтендәге иң яуаплы һәм кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе – маркшейдер Ольга Петрованы эш мәлендә осраттыҡ.
Октябрь ер аҫты ятҡылығының баш маркшейдеры Ольга Анатольевна бында 12 йылдан ашыу эшләй.
– Һөнәрем бик оҡшай. Тау эштәрен артабан планлаштырыу, яңы ятҡылыҡтар эҙләп табыу буйынса проекттар төҙөү, проходкалау һәм тәрән скважиналарҙы быраулау маҡсатында беҙҙең хеҙмәт ҡулланыла, – тине ул. – Көн һайын тиерлек йәки аҙнаһына бер тапҡыр шахтаға төшөргә тура килә. Бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡ күрмәйем, өйрәнелгән. Ирем Ғәрифйән Исламғолов – ошонда уҡ проходкалаусылар бригадиры, улыбыҙ Антон да беҙҙең юлды һайланы, проходкалаусы булып эшләй. Һәр шөғөлдөң үҙ ауырлығы һәм йәме.
Маркшейдерҙар проходкалаусыларға ниндәй йүнәлештә эшләргә кәрәклеген билдәләй, тегеләре улар төҙөгән план буйынса автоматлаштырылған көрәк ярҙамында тау массаһын аҡтара.
Ҡасандыр шахтала күпселек эш ҡул көсө менән башҡарылһа, бөгөн шахтерҙарға замана техникаһы ярҙамға килә. Ер аҫтында ҡеүәтле машиналар ҡулланыла.
Тау мастеры Илгиз Рахманғоловты, проходкалаусылар Рәфис Байғужин менән Евгений Мальцевты тау ҡоролмаһы янында яңы ҡатламда мәғдән сығарыу өсөн әҙерлек эшен башҡарған мәлдәрендә осраттыҡ. Ваҡыттары тығыҙ булыуға ҡарамаҫтан, егеттәр беҙҙең менән аралашырға форсат тапты.
Алдан әйтеүебеҙсә, комбинат эшселәренең күбеһе Хәйбулла районынан. Ер аҫты “батшалығы”нда ла кем менән аралашһаҡ та, Бүребайҙан йә райондың башҡа ауылдарынан булып сыҡты. Шулай уҡ ғаилә династияһын дауам иткән шахтерҙарҙың күп булыуы, атай-олатайҙарының юлын һайлаған йәштәрҙең ошо һөнәргә хыянат итмәүе үҙе үк шахтер һөнәренең бөгөн дә абруйлы һәм кәрәкле булыуын иҫбатлай.
Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжын тамамлап эшкә килгән Илгиз Ғаяз улы, йәш булыуына ҡарамаҫтан, тау эшен яҡшы белә. Таштуғай ауылы егетен бала саҡтан уҡ таусы һөнәре ҡыҙыҡһындыра. Киләсәктә белемен камиллаштырыуға ла теләге ҙур уның.
Проходкалаусыларҙың шахтала иң тәүге юл һалыусылар булыуын, был эштең ни тиклем ауыр һәм яуаплы икәнен аңлатып тороуҙың кәрәге юҡтыр. Шулай уҡ осраҡлы кешеләр ҙә унда эшләй алмай. Сығышы менән Аҡназар ауылынан Рәфис Байғужиндың шахтер-проходкалаусы булып эшләүенә 15 йылдан ашыу. Шахтерҙар ҡасабаһы Бүребайҙа төпләнеп, ҡатыны менән өс бала үҫтерә.
Ә бына Евгений Мальцев, йәш булыуына ҡарамаҫтан, ысын ир-егеттәр һөнәрен һайлауына сикһеҙ ғорурлана.
– Шахтала эшләү еңелдән түгел, бының өсөн бында эшләгән һәр кемдән ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ менән бергә һиҙгерлек, рухи ныҡлыҡ һәм яуаплылыҡ та талап ителә. Проходкалаусы эше иһә бигерәк ауыр. Ер өҫтөнән әллә нисә метр тәрәнлектә эшләгән саҡта, иң мөһиме, эргәңдәге хеҙмәттәшеңә таянырға кәрәк, шуға күрә беҙҙә ышаныслы, үҙ һөнәрен яратҡан, бер-береһенә терәк булырлыҡ оҫталар ғына эшләй, – ти тау мастеры Илгиз Рахманғолов.
Бер яҡ ситтәрәк йәшенеберәк ултырған, әле бысранмаған яңы техника янында туҡтап, уның эшләгәнен күҙәтәбеҙ. Оҫта ҡуллы Виталий Шмаев ҡеүәтле техниканы “ауыҙлыҡлап” та алған. Тау ҡуйынынан йолҡоп алынған ҙур таш киҫәктәрен ҡоролма үҙе үк онтап, аҫҡа төшөрә. Артабан ул махсус вагондарға тейәлә. Ҙур һәм ҡеүәтле техниканың нисек итеп ер аҫтына төшөүе ҡыҙыҡһындырҙы. Был хаҡта һорағас, Айгиз Бикбов һорауымды көлөмһөрәп ҡабул итте, шулай ҙа яуап бирҙе. “Өлөштәргә бүлеп, лифт ярҙамында төшөрәбеҙ ҙә, ошонда уҡ кире ҡороп, йыябыҙ”. Шул саҡта шахтер булып эшләүсе ҡустымдың һүҙҙәре кинәт хәтеремә төштө. Сибай комбинатында булған экологик хәлгә бәйле шахта ябылғас, “Ундағы шахтанан бөтә техниканы һүтеп, берәмләп тигәндәй сығарҙыҡ”, – тигәйне ул. Тимәк, бында ла шул уҡ сифатта эш башҡарылған.
Сәйәхәтебеҙҙе артабан дауам иттек, юлда беҙгә нығытыусылар, йәғни таяу һуғыусылар ҙа осраны. Уларҙың эшен дә бер аҙ күҙәтеп, хеҙмәттәренең нимәнән ғибәрәт икәнлегенә төшөнөргө тырыштыҡ. Венер Ҡырымғужин, Юнир Хисмәтуллин һәм Аллабирҙе Баһауов күптән инде үҙ эшенең оҫталарына әйләнгән.
“Көньяҡ” шахта үҙәгендә төп көстө йәштәр тәшкил итә. Күптәре район үҙәгендәге тау колледжын тамамлап эшкә килгән, араларында Екатеринбург тау университетында белем алыусылар ҙа бихисап. Шундайҙарҙың береһе – Татыр-Үҙәк ауылы егете Рөстәм Аҡбулатов. Дәрте ташып торған йәш белгесте комбинат етәкселеге шунда уҡ яуаплы урынға тәғәйенләп тә ҡуйған, әле ул тау эштәре буйынса етәксе урынбаҫары вазифаһын “йөкмәй”.
Бүребайҙан Илнур Шәрифуллин, Ейәнсура егете, Бүребай кейәүе Вил Ильясовтар ҙа, шахтер икмәгенең тәмен үҙ елкәһендә татып, таусы һөнәренә тоғро ҡалып, шахтала эшләй.
Шахтер-таусы һөнәрен ҡыйыу һәм көслө кешеләр генә һайлауына бер нисә сәғәт ер аҫты “батшалығы”нда булып сыҡҡас ҡына инандым. Тәүлек әйләнәһенә эш тынмаған шахтала һәр минутың ғына түгел, һәр секундың да хәүефле икәнен уйлағанда, тәндәрең земберләп китерлек. Әммә, миңә ҡалһа, ер аҫты батырҙары ысын мәғәнәһендә үҙҙәрен бик ҡыйыу, шул уҡ ваҡытта ябай һәм ихлас тота. Кемеһенән һораһаң да, “өйрәнгәнмен, эшем оҡшай” тип яуап бирә. Тимәк, бында осраҡлы кешеләр юҡ, барыһы ла таусы һөнәрен үҙ иткән, хеҙмәтенең ауыр һәм яуаплы икәнен белеп, үҙ теләктәре менән килгән кешеләр. Яратҡан эшенән йәм һәм тәм тапҡандар ғына үҙ хеҙмәтен ҡәҙерләй белә. Тап Бүребай шахтерҙары кеүек.
Үҙҙәренең һөнәри байрамдарын билдәләүсе барлыҡ шахтерҙарҙы, таусыларҙы Шахтерҙар көнө менән ҡотлайбыҙ. Ауыр, яуаплы эштәрендә артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Үҙенең туғыҙ тиҫтәнән ашыу данлы тарихы булған “Бүребай тау-байыҡтырыу” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте төбәктә генә түгел, тотош илдә тау сәнәғәтенең флагманы булып ҡалыуында ышаныс ҙур. Комбинаттың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәгенең өмөтлө булыуы шуны күрһәтә.